Оҙондар
Оҙондар | |
Административ-территориаль берәмек | Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы) |
---|---|
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00 |
Почта индексы | 453041 |
Административ үҙәге | Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы)[1] |
Рәсми тел | урыҫ теле |
Уникальный номер ГАР | 90dab03e-73e5-467b-94e3-e7fc7bc1fe0b |
Код КЛАДР | 0200300002900 |
Валюта | ₽ |
Халыҡ һаны | |
Дәүләт | |
Оҙондар (рус. Узунларово) — Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 524 кеше[3]. Почта индексы — 453041, ОКАТО коды — 80203850001.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1795 йыл | 155 | ||||
1865 йыл | 329 | ||||
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 580 | ||||
1920 йыл 26 август | 718 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 938 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 936 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 559 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 525 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 415 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Дөйөм халыҡ һаны[3] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
525 | 524 | -1 | -0,19 |
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 25 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Равтау): 14 км
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Оҙондар ауылы 1764 йылда Санъяп Алаҡаев яҙмаһында телгә алына.
Оҙондар ауылы халҡы башлыса эре мөгөҙлө малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 250 кешегә 253 ат, 50 һыйыр, 400 һарыҡ, 60 кәзә тура килә. 100 умартаһы һәм 32 солоғо булған. Игенселек үҫешмәгән. 1843 йылда 56 бот ужым һәм 40 бот яҙғы иген сәселгән. 1896 йылда, уңыш булмаһа тип, ауылда мөгәзәй, бакалея кибете төҙөгәндәр. Мәсет һәм мәктәп эшләгән.
Реформанан һуңғы осорҙа ер мәсьәләһенең киҫкенләшеүе крәҫтиәндәрҙең үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшен көсәйтеүгә килтерә. XIX быуаттың 60 — 70-се йылдарында башҡорттарҙан 2 миллион дисәтинәнән ашыу ер тартып алына. Башҡортостанда киң крәҫтиән хәрәкәте батша хөкүмәтен башҡорт ерҙәрен һатыуҙы сикләргә мәжбүр итә (1878 йылдың 8 майындағы һәм 1882 йылдың 10 июнендәге закондар). Ерҙәрҙе баҫып алыу общиналағы башҡорттарҙа элеккесә киҫкен ҡаршылыҡ тыуҙыра. 1881 йылдың 23 сентябрендә Оҙондар ауыл кешеләре, алпауыт Дашков һәм Софроновтың Ҡумрыҡ-Табын улусы башҡорттарынан 15 мең дисәтинә ерҙе тартып алыуға ҡаршы ризаһыҙлыҡ билдәһе итеп, «һөжүм итеү һәм мылтыҡтан атып» ҡаршылыҡ күрһәтә[4].
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тау урамы (рус. Горная (улица))
- Инйәр урамы ({{lang-ru|Инзерская (улица)})}
- Исмәғил Ғәлиәхмәтов урамы (рус. Исмагила Галиахметова (улица))
- Урман тыҡрығы (рус. Лесной (переулок))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Йылға урамы (рус. Речная (улица))
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[5]
Ауыл матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Жители башкирского села попросили укрепить берег реки, а им изменили русло. Независимая Уральская газета. 24.05.2019[6]
- Йәшлек. 22 ғинуар 2020 йыл. Иғтибар! «Йәшлек» төп приздарҙы уйнатты[7]
- Башҡортостан. Йәшәүҙән ниңә туялар? 03 октябрь 2012 йыл[8]
Видеофильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рафиҡов Хәлим Сөнәғәт улы (13.08.1934—17.08.2017), ғалим-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1993), профессор (1997)[9].
- Әсәҙуллин Дамир Фәхретдин улы (2.01.1953), цирк артисы, акробат. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) артисы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ 3,0 3,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 116. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
- ↑ Независимая Уральская газета. 24.05.2019(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
- ↑ [1]
- ↑ [2]
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Рафиҡов Хәлим Сөнәғәт улы 2019 йылдың 12 август көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 август 2019)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Оҙондар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
- Узунларово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
- Село Узунларово, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)