Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы
Биографияһы
Зәйтүнә Хатип ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 1936 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Аҙау ауылында тыуған.
1961 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.
1966 йылда Гнесиндар исемендәге музыкаль-пед.агогия институтының Өфө уҡыу-консультация пунктында, икеһе лә - М.П.Фоменков класында шөғөлләнә.
1961–1969 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 2-се педагогия училищеһы преподавателе,
1970–1979 йылдарҙа — Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы.
1969–1970 һәм 1979–19 йылдарҙа Башҡортостан хор капеллаһының хормейстеры.
1961—1991 йылдарҙа Башҡортостан Музыка йәмғиәте балалар хорының художество етәксеһе,
1985—1991 йылдарҙа БССР Музыкаль йәмғиәте идараһының рәйес урынбаҫары.
Ғөбәйҙуллина етәкләгән ижади коллективтар Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1969),
Ҡазанда үткән Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр өсөн музыка аҙналығында (1977),
Өфөлә уҙған Республика йыр, музыка һәм бейеү байрамында (1983) ҡатнаша, СССР буйлап гастролдәрҙә була. Коллективтар репертуарында ватан һәм сит ил композиторҙарының хор әҫәрҙәре.
Бөтә Рәсәй музыкаль коллективтар смотры (Өфө, 1974) лауреаты исемен яулаған Музыка йәмғиәтенең балалар хорын (1961), Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт хорын һәм вокаль ансамблен (1975) ойоштороусы.
Уҡыусылары араһында Н. Н. Иҡсанова[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1975)[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Сообщение о кончине Губайдуллиной З. Х.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сообщение о кончине Губайдуллиной З. Х.
- ↑ Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.