Иҫке Һикәяҙ

Иҫке Һикәяҙ (рус. Старый Сикияз) — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 226 кеше булған[2]. Почта индексы — 452845, ОКАТО коды — 80250865004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 226 107 119 47,3 52,7

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 29 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңғыҙнарат): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 54 км

Тарихы

Ауылға XX быуат башында башында (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса XIX быуат аҙағанда) Бөрө өйәҙендә Түбәнге Һикеяҙ ауылы кешеләре Һикеяҙ исеме менән нигеҙ һала. Шулай уҡ Үрге Һикеяҙ булараҡ билдәле.[3]

1906 йылда мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән. 1920 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә Башҡорт энциклопедияһы мәғлүмәте буйынса, 2002 йылға торошло ауылда башланғыс мәктәп (Яңғыҙнарат урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.[4]

Ауыл урамдары

  • Дуҫлаҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Йылға буйы урамы (рус. Заречная ( улица ))
  • Таулы урамы (рус. Нагорная ( улица ))
  • Тракт урамы (рус. Трактовая ( улица ))[5]

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә