Шишмә (Тәтешле районы)

Шишмә (рус. Чишма) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 48 кеше[2]. Почта индексы — 452843, ОКАТО коды — 80250860008.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 48 20 28 41,7 58,3

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (99 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 41 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Шулған): 1 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Янаул): 51 км

Ауыл тарихы

Шарҙаҡ йылғаһы буйында Кәлтәй ауылы кешеләре Шишмә ауылына нигеҙ һала. Һуңынан ауылды ла йылға кеүек Иҫке Шарҙаҡшишмә тип атайҙар.[4] 1859 йылда Шарҙаҡшишмә аауылында 17 йортта 80 кеше йәшәгән. Ошо уҡ ауылда 1870 йылда 97 кеше йәшәгән. 1896 йылда Яңы Шарһаҡ ауылы бүленеп сыға, ауыл Иҫке Шарҙаҡ тип атала.[5] 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Иҫке Шарҙаҡ ауылында 54 йорта 310 башҡорт йәшәгәнен һәм 25 йортло Яңы Шарҙаҡта 133 башҡорт йәшәгәнен күрһәтә.

Тема буйынса өҫтәмә