Гәрәбаш

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Гәрәбаш
рус. Гарибашево
56°10′12″ с. ш. 55°34′26″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Тәтешле
Ауыл советы Шулған
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 446[1] кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452843
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 250 860 002
ОКТМО коды 80 650 460 106
Показать/скрыть карты
Гәрәбаш (Рәсәй)
Гәрәбаш
Гәрәбаш (Башҡортостан Республикаһы)
Гәрәбаш

Гәрәбаш (рус. Гарибашево) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 446 кеше[2].

Почта индексы — 452843, ОКАТО коды — 80250860002.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 446 214 232 48,0 52,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

2002 йылғы йәниҫәпкә ярашлы, ауылда башлыса башҡорттар (92 %) йәшәй[3].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 47 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Шулған): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 47 км

Гәрәй йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға Ҡазан даруғаһы Урман-Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынсаса удмурттар нигеҙ һала.[4] Урман-Гәрә улусы башҡорттарының 1750 йылғы килешеүе нигеҙендә удмурттар Гәрә йылғаһының үрге ағымында Гәрәбаш исеме менән торамаға нигеҙ һала. Керҙәштәр аҫаба башҡорттарға йылына һәр йорттан 40 тин түләгән. 1795 йылда 65 кеше иҫәпкә алынған. 1816 йылда 89 ир-ат булған. 1834 йылда 250 кеше йәшәгән. X ревизия ваҡытында 438 удмурт йәшәгән. Улар аҫаба тип күрһәтелгән. 1870 йылғы материал күрһәтеүенсә, ауылда аҫаба башҡорттар ҙа йәшәгән (ул ваҡытта 243 кеше иҫәпләнгән). Удмурттар 269 кеше булған.

1920-се йылда Бөрө кантоны Ҡыҙыл Яр улусы составында 201 йортта 991 кеше йәшәгән типтәр ауылы күрһәтелә. Типтәр ҡатламына ҡараған мариҙар һәм удмурттар XIX быуат уртаһында кире үҙ этностарына ҡайтҡан.[5]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]