Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы
Финә Мансур ҡыҙы Вәлиева (рус. Валеева, Фина Мансуровна; 1969 йылдың 8 ғинуары, Гәрәбаш ауылы, Башҡорт АССР-ы) — театр актёры. 1999 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
Биографияһы
1969 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Гәрәбаш ауылында тыуған[2].
1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында актёрҙар бүлеген тамамлай[2].
Институт тамамлағандан һуң Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй, 2003 йылдан башлап — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй[2].
2021 йылдың декабрендә «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].
2023 йылдың июнендә «Нур» театрының XXXI театр миҙгелен ябыу тантанаһында актриса театр тарафынан булдырылған Сәхибямал Ғиззәтуллина-Волжская исемендәге миҙалдың лауреаты була. Был награда уға «Башҡортостан Республикаһының театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн бирелә[4].
Ғаиләһе
Ире Илдар — «Нур» театры режиссеры.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Әминә — «Гөлбәҙәр», Ф. Бүләков,
- Сара — «Не уходи в ночь», А. Винокуров,
- Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу», М. Фәйзи,
- Пансионат тәрбиәләнеүсеһе — «Йырсы ҡош», Р. Н. Гюнтекин,
- Маша — «Өс ҡыҙ туғандар, Йылдар үткәс…», А. П. Чехов, Л. М. Зайкаускас сәхнәләштереүендә,
- Гөлшаян — «Страсти-мордасти», М. Әмир,
- Әсә — «Көршәксе сере», А. Кашфуллин,
- Фәниә-Фена — «Күңелдең көмөш ҡылдары» Д. Сәлихов,
- Минзилә — «Намыҫһыҙ апай», А. Иҙелбаев,
- Ямал — «Кейәү», Х. Ибраһимов,
- Нурия — «Бер көн дачала…», Э. Йәһүҙин
- Юлбикә — «Ҡатын түгел, ә шайтан», Д. Сәлихов,
- Нәғимә — «Банкрот», Ғ. Камал Хәҙис.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 5 Валеева Фина Мансуровна. 20 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Артистам театра «Нур» на юбилей подарили автобус. sobkor02.ru. «СобкорУфа» (5 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 Нурзия. Уфимский государственный татарский театр "Нур" закрыл XXXI творческий сезон - Культурный мир Башкортостана (билдәһеҙ). kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025.
Сығанаҡтар
- Башҡорт энциклопедияһы — Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2018)
Һылтанмалар
- Яҙмыш ролдәрҙе шулай бүлде 2013 йылдың 9 декабрь көнөндә архивланған.
- Өфө дәүләт татар театры «Нур»