Мәмәтәй

Мәмәтәй (рус. Маматаево) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 313 кеше[2]. Почта индексы — 452839, ОКАТО коды — 80250820005.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 313 155 158 49,5 50,5

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (93 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 13 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 15 км
  • ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бүл-Ҡайпан): 7 км

Ауыл тарихы

Мәмәтәй ауылы 1831 йылда Ирәкте улусының аҫаба ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Өс йылдан һуң ауылда 14 йорт булған, 67 башҡорт һәм типтәр йәшәгән. 1834 йылғы 7 ревизия буйынса типтәрҙәрҙең исемдәрен билдәле: Байсаҡ Киндәш улы Аҡбашев 46 йәш (уның улдары Вәлиәхмәт, Хәйҙәрша, ағаһв Кинйәбай). Мырҙаҡай Аҡбашев (1779-1842), Мөхәмәтйәндең улы. Әхмәтйән Ғәлиев, Сиразитдин Солтанов (улдары Хәбибулла, Әхмәҙулла). Артабан Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе 10-сы башҡорт кантоны Мәмәтәй ауылында йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеге бирелә.[4]

2002 йылға торошло Мәмәтәй ауылында башҡорттар йәшәй. Ауылда башланғыс мәктәп (Иҫке Ҡайпан урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[5]

Тема буйынса өҫтәмә