Асыуйылға

Асыуйылға (рус. Ачу-Елга) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл, Күрҙем ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 69 кеше[2]. Почта индексы — 452842, ОКАТО коды — 80250845002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 69 38 31 55,1 44,9

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (97 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 35 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Күрҙем): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Рабак): 8 км

Урамдары

Ауыл тарихы

1849 йылда аҫаба башҡорттар аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында, Ҡашҡаҡтан (2 ғаилә), Сәлихтан 4 ғаилә, Ҡыҙылъярҙан 1 ғаилә Асыуйылға йылғаһы буйында яңы ауыл барлыҡҡа килтерә. Бер йыл эсендә күсеп килеүселәр 10 йортта 70 кеше булған. 1870 йылда19 йортта 106 башҡорт булған. 1920 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу 62 йортта 302 башҡорт йәшәгәнен теркәгән.[5]

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә