Түбәнге Кәлтәй

Түбәнге Кәлтәй (рус. Нижнее Кальтяево) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 41 кеше[2]. Почта индексы — 452834, ОКАТО коды — 80250835001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 41 23 18 56,1 43,9

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (77 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Кәлтәй): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 34 км

Тарихы

Кәлтәй ауылы шул исемдәге йылға буйында урынлашҡан. Ҡырғыҙ-Танып улусының Ҡайпан түбәһендә булған. 1795 йылда ауылда 22 ир-ат һәм 38 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Барыһы ла аҫаба булған. Улар күптән түгел килеп урынлашҡан. «Был ауылға башҡорттары төрлө ерҙәрҙән килгән» тигән документ һаҡланған. Әммә барыһы ла Ҡайпан түбәһенә ҡараған. Тимәк, был яңы ауылды төрлө ауылдан килгән ҡайпандар нигеҙләгән. 1811 йылда 62 ир-ат теркәлгән, 1816 йылда — 67 ир-ат, 1834 — 185, 1859 йылда — 236, 1870 — 287, 1920 йылда — барлығы 766 башҡорт йәшәгән. Был ауылдан Түбәнге Кәлтәй ауылы бүленеп сыҡҡан. Был ауыл Үрге Кәлтәй тип атала башлаған. 1925 йылда Түбәнге Кәлтәйҙә 18 хужалыҡ булған.[4]

Тема буйынса өҫтәмә