Иҫке Ҡыҙылъяр

Иҫке Ҡыҙылъяр (рус. Старый Кызыл-Яр) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 201 кеше[2]. Почта индексы — 452836, ОКАТО коды — 80250850000.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 201 94 107 46,8 53,2

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек удмурттар (97 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 28 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Түбәнге Балтас): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 56 км

Ауыл тарихы

Танып йылғаһы буйындағы Ҡыҙылъяр ауылы (хәҙерге Иҫке Ҡыҙылъяр) тарихы, уның нигеҙ һалыныу ваҡыты асылмай, ә унда йәшәүселәрҙең «Һыутанып улусы аҫаба башҡорттарының рөхсәте буйынса акттарһыҙ» төпләнеүе билдәле. Әммә уның 18 быуат уртаһында барлыҡҡа килгән тип иҫәпләргә мөмкин, сөнки 1762 йылғы 3 ревизияла 34 удмурт ир-ат теркәлгән. 1795 йылда улар 43 булһа, 1834 йылда - 94 ир-егет булған. 1859 йылда 43 йортта 258 удмурт йәшәгән.

1870 йылда ауылда йәшәүселәр һаны 5 кешегә генә артҡан. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 83 йортта 465 удмурт йәшәй тип бтлдәләй. Төп ауылдан 2 саҡрым алыҫлыҡта 1920 йылда 15 йорттан торған Яңы Ҡыҙылъяр ауылы барлыҡҡа килгән, был ауылда 73 удмурт йәшәгән.[4] 1970-се йылдарҙа был ауыл бөткән.

2002 йылға торошло ауылда төп урта мәктәп (Түбәнге Балтас урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[5]

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә