Яңы Тәтешле

Яңы Тәтешле (рус. Новые Татышлы) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 550 кеше[2]. Почта индексы — 452838, ОКАТО коды — 80250855001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 550 263 287 47,8 52,2

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек удмурттар (82 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 35 км

Ауыл тарихы

1843-1858 йылдар араһында Яңы Тәтешле ауылы барлыҡҡа килә. Яңы ауылда йәшәүселәр шул уҡ исемле башҡа ауылдарҙан күсеп килгән. 1859 йылда 31 ихатаға 209 кеше тура килгән. 1920 йылда 144 йортта 795 удмурт һәм башҡорт йәшәгән.[4]

Ауылдың бер класлы земство училищеһы булған. 1908-1909 уҡыу йылында 21 бала белем алған, уларҙың 15-е киләһе бүлектәргә күсерелгән, өсәүһен икенсе йылға ҡалдырғандар.

2002 йылға торошла ауылда удмурттар йәшәй. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Шулдыр жыт” удмурт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар; удмурт тарихи‑мәҙә­ни үҙәге эшләй.[4]

Тема буйынса өҫтәмә