Башҡыбаш

Башҡыбаш (рус. Башкибаш) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 252 кеше[2]. Почта индексы — 452845, ОКАТО коды — 80250865002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 252 131 121 52,0 48,0

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 40 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңғыҙнарат): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 65 км

Ауыл тарихы

1742 йылғы Ирәкте улусы башҡорттары менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә Яңғыҙнарат, Сорғолдо, Иҫке Аҡбулат, Һәүәләй, Байшаҙы, Тыҡан ауылдары эргәһендә мариҙар нигеҙ һала. Ер хужаларына оброк түләгәндәр. Кешеләрҙең бер өлөшө 1801 йылда тағы ла күсерелә. 1837 йылда 10 ғаилә күсерелә. Мәжүсилектән мосолмандарға күскәс, ошо ауылдан 6 ирҙе башҡорттарҙың Һәүәләй ауылына күсергәндәр. 1861 йылда 106, 1834 йылда 130 ир-ат иҫәпкә алынған. 1870 йылда 281 кешетеркәлгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылда 121 йортта 602 мари күрһәтелгән.[3]

Ауыл исеме шул исемдәге гидронимдан алынған.Башҡыбаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Тема буйынса өҫтәмә