Кәлтәй

Кәлтәй (рус. Кальтяево) — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 573 кеше булған[2]. Почта индексы — 452834, ОКАТО коды — 80250835001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 573 276 297 48,2 51,8

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (86 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 31 км

Тарихы

Кәлтәй ауылы шул исемдәге йылға буйында урынлашҡан. Ҡырғыҙ-Танып улусының Ҡайпан түбәһендә булған. 1795 йылда ауылда 22 ир-ат һәм 38 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Барыһы ла аҫаба булған. Улар күптән түгел килеп урынлашҡан. «Был ауылға башҡорттары төрлө ерҙәрҙән килгән» тигән документ һаҡланған. Әммә барыһы ла Ҡайпан түбәһенә ҡараған. Тимәк, был яңы ауылды төрлө ауылдан килгән ҡайпандар нигеҙләгән. 1811 йылда 62 ир-ат теркәлгән, 1816 йылда — 67 ир-ат, 1834 — 185, 1859 йылда — 236, 1870 — 287, 1920 йылда — барлығы 766 башҡорт йәшәгән. Был ауылдан Түбәнге Кәлтәй ауылы бүленеп сыҡҡан. Был ауыл Үрге Ҡәлтәү тип атала башлаған. 1925 йылда Түбәнге Кәлтәйҙә 18 хужалыҡ булған.[4]

2002 йылға ауылда — урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Науруз” халыҡ ансамбле), китапхана, мәсет бар.[5]

Билдәле шәхестәре

  • Закиров Ринат Закир улы (7.07.1947) — ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, банкир. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, Халыҡтар Дуҫлығы[6][7], II дәрәжә Бөйөк Петр, Хаҡас Республикаһының «Хаҡасия алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм «Изге эштәре өсөн» ордендары кавалеры[8].
  • Нуғаев Азамат Ҡотләхмәт улы (1898—1938) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  • Әрмәншин Фрид Мөхәмәтша улы (12.05.1939—9.04.2020), агроном, ауыл хужалығы, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1986 йылдан район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2000 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1994), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999)[9].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.318
  5. Кәлтәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 13 июля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
  7. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
  8. Кто есть кто в РБ → Карточка персоны. Закиров Ринат Закирович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2017)
  9. База данных «Лабиринт». АРМАНШИН Фрид Мухаметшинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 май 2024)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә