Закиров Ринат Закир улы
Тыуған көнө | 7 июль 1947 (77 йәш) |
---|---|
Гражданлығы | |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Тыуған урыны |
|
Закиров Ринат Закир улы (рус. Закиров Ринат Закирович; 7 июль 1947 йыл) — ғалим-зоотехник, ауыл хужалығы, партия һәм финанс органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1]
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ринат Закир улы Закиров 1947 йылдың 7 июлендә Башҡорт АССР-ының Тәтешле районында Кәлтәү ауылында тыуған.
1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1984 йылда Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай. 1995 йылда, ситтән тороп уҡып, Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институты дипломын ала.
1964 йылда хеҙмәт юлын Урал вагон эшләү заводында токарь булып башлай.
1978-1984 йылдарҙа — Тәтешле районы ауыл хужалығы идаралығында зоотехник, артабан колхоз рәйесе.
1984-1991 йылдарҙа — КПСС-тың Тәтешле район комитетының — икенсе, аҙаҡ беренсе секретары булып эшләй.
1991-1993 йылдарҙа — Башҡортостандың ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары.
1993-1996 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары
1996 йылдан — Башҡортостан сәнәғәт банкыһы вице-президенты.
1997 йылдан — Иглин хисаплашыу-касса үҙәге начальнигы.
1997 — 2009 йылдарҙа — Хакасия Республикаһының милли банкыһы рәйесе.
2009 — 2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы милли банкыһы рәйесе урынбаҫары.
2014 йылдың сентябренән — Рәсәй Банкы Урал Дәүләт идаралығы Башҡортостан Республикаһы буйынса милли банкыһының бүлексә идарасыһы урынбаҫары[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 12-се саҡырылыш Юғары Советына Тәтешле районы, 254-се Күрҙем һайлау округынан халыҡ депутаты итеп һайланған[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2008)
- Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991)
- Башҡортостан «Халыҡтар дуҫлығы» ордены (2017)
- Рәсәй банкы отличнигы, 2014[2]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- ↑ 2,0 2,1 Закиров Ринат Закирович
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.