Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы

Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева (рус. Атнабаева Зинира Касимовна1934 йылдың 21 декабре, Иҫке Күрҙем, Башҡорт АССР-ы2013 йылдың 23 апреле, Өфө) — башҡорт совет һәм Рәсәй актрисаһы, драматург. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995)[1].

Биографияһы

Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуған. Хәҙер ауыл Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районына инә. Башҡорт шағиры һәм драматургы Әнғәм Атнабаевтың һеңлеһе[2].

1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын — ГИТИСты тамамлаған. Б. В. Бибиков һәм О. И. Пыжова курсында уҡыған. Институтты тамамлағандан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы булып эшләгән[2].

1961 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[2].

Атнабаева комик, драматик һәм трагик ролдәр башҡарған. Уның театрҙағы эштәренең береһе — А. П. Чеховтың «Иванов» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Сарра роле[2].

Драматург булараҡ «Өҙөлгән туй» һәм «Йәшенле ямғыр» пьесаларын яҙған[2].

2001 йылда «Ауыл өҫтөндә йәйғор» фильмында Мәрхәбә ролен башҡарған[3].

Өфө ҡалаһында вафат булған[2].

Театрҙағы ролдәре

  • Туцца («Лиола», Л. Пиранделло);
  • Ғилми («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури);
  • Рәсилә, Ғәндәлибә («Игеҙәктәр», «Хушығыҙ, хыялдарым», Ә. Атнабаев)
  • Шәмсиә («Әстәғәфирулла!..», Н. Ғәйетбай)
  • Марта («Ят йондоҙ», Х.Вуолийоки)
  • леди Макдуф («Макбет», У. Шекспир)
  • Йәмилә, Уңғанбикә («Ҡыҙ урлау», М.Кәрим)
  • Миңһылыу («Их, Байтимер дуҫ», Р. Кинйәбаев)
  • Баныу («Һөйгәнемдең тыуған көнө», И. Юзеев)
  • Фәтиха («Атайҙарға хыянат», Ф. Богданов) һәм башҡалар.

Фильмографияһы

  • 2001 — «Ауыл өҫтөндә йәйғор» — Мәрхәбә.

Әҫәрҙәре

  • Атнабаева З. Ҡ. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. — Өфө, 2008.
  • Атнабаева З. Ҡ. Уҙған ғүмер — иҫтәлек. — Өфө: Китап, 2009. — 130 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президента Российской Федерации от 27 января 1995 года № 78 «О присвоении почётных званий Российской Федерации творческим работникам». Президент России (27 ғинуар 1995). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы. Башҡорт энциклопедияһы. Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт автономиялы фән учреждениеһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  3. Атнабаева Зинира Касимовна. Курдымский сельсовет Татышлинского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 27 января 1995 года № 78 «О присвоении почётных званий Российской Федерации творческим работникам». Президент России (27 ғинуар 1995). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.