Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы

Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы Мөсифуллин (рус. Мударис Гайнелгилемович Мусифуллин; 1957 йылдың 25 марты, Түбәнге Әлкәш, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт яҙыусыһы, драматург, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995 йылдан)[1].

Биографияһы

Исмаиыл урта мәктәбен тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән.

1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура бүлеген тамамлаған[2]. Институтты тамамлағас, Дүртөйлө районында халыҡ театрында режиссёр булып эшләй башлаған[1]. 1984 йылдан 2005 йылға тиклем — Дүртөйлө мәҙәниәт идаралығы начальнигы, 2006 йылдан — РМК директоры, 2018 йылдың 2 мартынан 2021 йылдың 16 апреленә тиклем — Дүртөйлө тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы директоры.

1995 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән[1].

2010 йылда «Тамаша» журналының сценарийҙар конкурсы йомғаҡтары буйынса яҙыусыға беренсе урын бирелгән һәм ул «Ҡыҙыҡлы темалар» номинацияһында дипломға лайыҡ булған[1].

«Урман рыцаре — 1995» дипломы эйәһе.

«Алтын Урал» халыҡ премияһы һәм Назар Нәжми исемендәге район премияһы лауреаты (2018).

Рәшит Солтанғәреев исемендәге Республика хикәйәләр конкурсы дипломанты.

2013 йылдың 19 мартында Дүртөйлө ҡалаһында Мәҙәниәт һарайында Мударис Мөсифуллиндың ижади эшмәкәрлегенең 30 йыллығына арналған ижади кисәһе үткән. Кисәлә яҙыусылар: Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтов, прозаиктар секцияһы етәксеһе, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөдире Сабир Шәрипов, урындағы яҙыусылар Рәфәэл Хафизов һәм Илдус Тимерханов һәм башҡалар ҡатнашҡан. Юбилярҙың һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған йырҙар башҡарылған, уның пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелгән.

2015 йылдың 24 декабрендә Дүртөйлө тыуған яҡты өйрәнеү музейында — Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалында балалар яҙыусыһы Мударис Мөсифуллин, шағир Фәнис Рәхмәтуллин, журналист һәм балалар яҙыусыһы Илдус Тимерханов ҡатнашлығында әҙәби кисә үткәрелгән. Кисә Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын тамамлауға арналған.

Дүртөйлө ҡалаһында йәшәй.

Ижади биографияһы

Күп хикәйәләр, әкиәттәр, драматик әҫәрҙәр авторы; уның пьесалары Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры репертуарында бар.

1987 йылда Дүртөйлө халыҡ театры уның «Рәхимйәндең сәйер ҡапҡаһы» лирик драмаһын ҡуйған («Ағиҙел» журналында 1995 йылда баҫылған). Мөсифуллиндың комедиялары 4 профессиональ, шулай уҡ күп самодеятель һәм халыҡ театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылған.

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике улы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Почёт грамотаһы (2002).
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты (2003).
  • РСФСР Мәҙәниәт министрлығының һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҮК-ның Почёт грамотаһы (1989).
  • Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе (2002).
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2014).
  • Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының «Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2014).
  • «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы» миҙалы (2019).
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» почётлы исеме (2025)[сығанаҡ 468  көн күрһәтелмәгән].

Библиография

  • Аҡса кемгә кәрәкмәй // Пьесалар. — Өфө, 1992. — 251—282 б.
  • Рәхимйәндең сәйер ҡапҡаһы : Лирик драма, ике бүлектә // Ағиҙел. — 1995. — № 1. — 161—179 б.
  • Ҡош йөрәге : Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1995. — 54 б.
  • Аучы Мәргән мажаралары. — Казан. — 1999. — 32 б.
  • Одинокая берёза: Сказки // Бельские просторы. — 2003. — № 8.
  • Лесные сказки // Бельские просторы. — 2005. — № 6. — С. 200—207.
  • Аусы Мәргән мажаралары: Әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2007. — 144 б.
  • Яҙыусы: Драма-уйланыу // Ағиҙел. — 2011. — № 3. — 133—159 б.
  • Аҡса кемгә кәрәкмәй?! : [пьесалар] — Өфө : Китап, 2012. — 308 с. — ISBN 978-5-295-05516-4.
  • Петух-хвастун: сказочное представление для кукольного театра // Сценарии и репертуар. — 2013. — № 10. — С. 81—83.
  • Ҡурай иле: әкиәттәр. Өфө, 2017—160 б.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Мусифуллин Мударис — Культурный мир Башкортостана. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
  2. Шилов Ю. Т. Русская театральная школа. — Изд-во «Панъинтер», 2004. — С. 505. — ISBN 5-89884-025-7.

Һылтанмалар