25 март
25 март — рәсми календарь буйынса йылдың 84-се (кәбисә йылында 85-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 281 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Беларусь: Ирек (бойондороҡһоҙлоҡ) көнө.
Греция: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй империяһында почта открыткаһы тыуған көн.
Словакия: Кеше хоҡуғы өсөн көрәш көнө.
Словения: Әсәләр көнө.
Украина: Именлек хеҙмәте көнө.
Швеция: Торналар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Яңы Зеландия: Армия көнө.
- 1604 йыл: Томск ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1836 йыл: Өфөлә Дворян йыйылышы бинаһында тәүге асыҡ йәмәғәт китапханаһы эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1932 йыл: Өфөлә хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты эш башлай.
- 1933 йыл: Стәрлетамаҡта автомәктәп асыла.
- 1938 йыл: Мәскәү телеүҙәгенән тапшырыуҙар башлана.
- 1938 йыл: Өфө ҡалаһының Совет районы ойошторола.
- 1948 йыл: Сибай ҡалаһында Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты эш башлай.
- 1974 йыл: СССР-ҙа «Калина красная» кинофильмының премьераһы була.
- 2006 йыл: Өфөлә Поляк мәҙәниәте көндәре асыла.
- 2008 йыл: Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара презентацияһы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Полянцев Александр Андрианович (1905—27.09.1963), хирург-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1940—1948 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм хирургия, 1945 йылдан — госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1941—1945 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының өлкән инспекторы. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1941). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1940). Сығышы менән Вятка губернаһының Усад ауылынан.
- Сиренко Иван Лаврентьевич (1910—8.06.1965), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, лётчик, гвардия подполковнигы. 1939—1940 йылғы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Парафеевка ауылынан.
тулы исемлек
- Шендель Василий Фёдорович (1920—1984), төҙөүсе-инженер. 1956 йылдан Бәләбәй ҡалаһындағы «Шкаповнефтестрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре, 1966—1980 йылдарҙа — идарасыһы. СССР нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Красноярск крайының Ҡыҙыл Туран районы Сыда ауылынан.
- Солтаншин Ғайнан Солтан улы (1925—21.09.2003), механизатор, әҙерләүҙәр тармағы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы) Яугилде ауылынан.
- Салмасов Павел Петрович (1930—30.10.2017), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1957—1984 йылдарҙа Өфөләге Башҡортостан ижад-производство комбинаты рәссамы. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) рәссамы.
- Илһамова Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы (1955), педагог. 1978 йылдан Өфө ҡалаһының хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының, 2023 йылдан — Өфө районы Жуков урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Берештамаҡ ауылынан.
- Курбетьева Александра Иннокентьевна (1955), педагог. 2007 йылдан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылғаса иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе кафедраһы мөдире. Почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Еравнин районы Сосново-Озёрское ауылынан.
- Әсфәндиәров Фәрит Заһит улы (1960), терапевт-табип. Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының терапия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2021), Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.
- Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы (1965), спортсы. 1996—2000 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Сибайҙың «Искра» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Носкова Светлана Александровна (1975), спортсы. 1992—2002 йылдарҙа тхэквондо буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 1996—2002 йылдарҙа 464-се уҡыу-күнекмәләр үҙәге, бер үк ваҡытта 1997—2002 йылдарҙа Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм Өфөләге 15-се балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе өсөн сығыш яһаусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1994) һәм атҡаҙанған (2001) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2000). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Калганов Алексей Нестерович (1921—16.04.1990), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Здобнова Зоя Петровна (1926), ғалим-тел белгесе. 1953 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Чистай ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Декало Владимир Дмитриевич (1951—2008), музыкант, йырҙар авторы. 1973 йылдан Балаҡатай район мәҙәниәт йортоноң аккомпаниаторы, художество етәксеһе, директоры, халыҡ хоры һәм вокал-инструменталь ансамбль етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Новая Подолка (1970-се йылдарҙа бөткән) ауылынан.
- Исмәғилев Рафаэль Ришат улы (1951), ғалим-агроном. 1978 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982 йылға тиклем һәм 1990—1992 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994—1998 йылдарҙа һәм 1999 йылдан үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү һәм емешселек йәшелсәселек кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир-ағзаһы (1998), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- Исмәғилева Әлфиә Ибраһим ҡыҙы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табиб. 1979 йылдан Өфөләге 6-сы дауахананың баш табип урынбаҫары, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советының халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйфуллин Рафаил Сәғиҙулла улы (1932—7.05.1971), хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған беренсе класлы летчик-һынаусы, капитан. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Күҙәк ауылынан.
- Кирәйев Фәрит Мөлөк улы (1937), техник-механик. 1957—1984 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. 2-се (1980) һәм III дәрәжә (1975) Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Зарипов Риф Әхмәтнур улы (1947), ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм совет органдары ветераны. 1991—2012 йылдарҙа «”Нефтекама” теплица комбинатын төҙөү дирекцияһы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1978) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Пчелинцев Виктор Александрович (1947), дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-хоҡуҡ белгесе, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм бишенсе (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2013 йылдан «Собор русских Башкортостана» төбәк йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитет рәйесе. Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы һәм Григорий Аксаков (2020) ордендары кавалеры, Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Гигорьевка ауылынан.
- Чубуков Григорий Андреевич (1947), хеҙмәт ветераны. 1969 йылдан «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, операторы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылынан.
- Әхтәмов Рауил Абдрахман улы (1947), һөнәри техник белем биреү өлкәһе ветераны. 1968 йылдан Салауат ҡалаһы 7-се ГПТУ-ның производствоға өйрәтеү мастеры, 1980 йылдан — өлкән мастер: 1992—1194 йылдарҙа 72-се СПТУ директорының производство эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Бәләкәй Аллағыуат ауылынан.
- Яковлев Михаил Егорович (1952), спорт ветераны. Күреү буйынса инвалидтарҙың СССР (1990—1991), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—2004) йыйылма командалары ағзаһы. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996, 2000). Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1992) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2003). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы әлеге ваҡытта бөткән Листовка ауылынан.
- Ғәлләметдинов Рикес Йыһанур улы (1957), төҙөлөш тармағы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2000 йылдан Борай районы хакимиәт башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Көрйә ауылынан.
- Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы (1957), муниципаль хеҙмәт һәм мәҙәниәт өлкәһе ветераны, яҙыусы. 1982 йылдан Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто режиссёры, 1984 йылдан район Советы башҡарма комитетының һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире һәм начальнигы; 2006 йылдан район мәҙәниәт йорто директоры; 2018—2021 йылдарҙа Дүртөйлө тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. 1995 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Райондың Назар Нәжми исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2018).
- Новиков Юрий Олегович (1957), ғалим-невролог. 1994 йылдан Өфө ҡалаһындағы Мануаль терапия үҙәгенең баш табибы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007 йылға тиклем Дипломдан һуң белем биреү институтының мануаль терапия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Толстой Александр Петрович (1863—1917 йылдан һуң), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, йәмәғәтсе. Өфө губернаһынан III саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы, һайлауҙар буйынса Дәүләт Советы ағзаһы.
- Һаҙый Сәғҙи (Сәғәҙиев Мөхәммәтһаҙи Ғәйнан улы; 1883—26.01.1933), уҡытыусы, журналист, яҙыусы һәм тәржемәсе. 1924 йылдан Өфө кооператив техникумы, музыка училищеһы, 3-сө икенсе баҫҡыс хеҙмәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1928 йылдан «Дәһри» журналы хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Пожитков Александр Петрович (1928—26.03.1979), нефтехимик. 1953—1979 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты эшсеһе. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Новоспасское ауылынан.
- Мәмлиев Максат Шәрәфетдин улы (1933), ветеринар табип. 1987—1999 йылдарҙа республика агросәнәғәт идаралығының ветеринария бүлеге начальнигы, тоҡомсолоҡ берекмәһенең баш ветеринар табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Үрге Ҡарғалы ауылынан.
- Уразаев Камил Әхмәтвәли улы (1938), ғалим-геолог. 1979—1983 йылдарҙа «Уралоразведка» тематик экспедицияһының баш геологы һәм начальнигы. Геология фәндәре докторы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районынан.
- Кәримов Йәғәфәр Сәхи улы (1943), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1971 йылдан Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу эштәре мөдире, 1990 йылдан — директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2003—2010 йылдарҙа — уҡытыусы. 1985—1990 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының сәйәси ағартыу кабинеты консультанты, мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003). Сығышы менән ошо райондың Байыш ауылынан.
- Сәйфүғәлиев Зәки Зыя улы (1943), санитар табип. 1977—2005 йылдарҙа Тәтешле районының баш санитар табибы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Ниғмәтуллина Үлмәҫбикә Бәҙретдин ҡыҙы (1948), иретеп йәбештереүсе, йәмәғәтсе. 1968—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Сода» производство берекмәһенең электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе. СССР-ҙың туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Хәмит ауылынан.
- Кутонов Дмитрий Федорович (1953—5.12.1985), Анголалағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, летчик-инструктор, вертолет экипажы командиры, майор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының Весёловка ауылынан.
- Янгуатова Светлана Иликбаевна (1953), малсы, йәмәғәтсе. Ҡалтасы районы «Восход» хужалығы Иҫке Турай фермаһының элекке һауынсыһы, мөдире. Бер нисә саҡырылыш ауыл советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Евсюкова Светлана Александровна (1958), педагог. 1977—2000 йылдарҙа Хәйбулла районы Атингән урта мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1989—1991 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Саргая ҡасабаһынан.
- Ғәрифуллин Илдар Вил улы (1963), муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2012 йылдан Ҡариҙел район хакимиәте башлығы, 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһы экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары, беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2005), Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2013), Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәниева Фатима Нуретдин ҡыҙы (1909—1989), (1909—1989), педагог, йәмәғәтсе. 1949 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге, 1951—1969 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы үҙәгендәге мәктәп уҡытыусыһы, мәктәп директоры. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш (1946—1950) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).
- Казаков Степан Александрович (1914—7.12.1964), 1938 йылда Хәсән күле янындағы алыштарҙа, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Артиллерия полкының разведка начальнигы, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Кесе Яңы Троицкий ауылынан.
тулы исемлек
- Бекетов Василий Семёнович (1924—18.09.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Андреевка ауылынан.
- Хисамова Венера Бикмөхәмәт ҡыҙы (1934—2016), малсы, йәмәғәтсе. Мәсетле районының элекке малсыһы. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Бикҡолов Мөнир Кәрәмәт улы (1944—23.07.2016), эшсе. 1971—2004 йылдарҙа Өфө телефон аппаратураһы заводы һәм «БЭТО» йәмғиәте слесары. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Сәйфранов Фәтих Абрар улы (Фәтих Сәйфран; 1949), педагог, журналист, шағир, көрәшсе. Салауат районы Боксит урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы һәм директоры, 1985 йылдан Туймазы ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, гәзит хеҙмәткәре, театр актёры. «Алтын башаҡ» әҙәби берекмәһенең элекке етәксеһе. 2012 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Спорт мастерлығына кандидат. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Бүләк ауылынан.
- Сираев Рәмил Рәбис улы (1964), спортсы, көрәшсе, тренер. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының Спорт көрәше буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры. Грек-рим көрәше буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәйфуллин Ринат Нәзир улы (1974), инженер-механик-ғалим. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан металдар технологияһы һәм машиналар төҙәтеү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Бөтә Рәсәй машина-трактор паркын төҙәтеү ғилми-тикшеренеү технология институтының сектор мөдире. Техник фәндәр докторы (1974 Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кәримова Эльвина Хәйҙәрйән ҡыҙы (1994), спортсы, ватерполистка. Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһының «Уралочка-ЗМЗ» ватерпол клубының һәм Рәсәй йыйылма командаһының һөжүмсеһе. 2016 йылғыы Олимпия уйындарының бронза призёры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2017). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Ҡәҙер ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1881 йыл: Бела Барток, Венгрия композиторы, пианист һәм музыка белгесе-фольклорсы.
- 1905 йыл: Абдулла Әхмәт, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы.
тулы исемлек
- 1925 йыл: Сергей Ивченко, СССР-ҙың биолог-ғалимы, яҙыусы.
- 1925 йыл: Александр Чекалин, Бөйөк Ватан һуғышы партизаны, разведчик, Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
- 1940 йыл: Александр Прошкин, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
- 1945 йыл: Георгий Мамиконов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, «Доктор Ватсон» төркөмөнең художество етәксеһе һәм солисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003) һәм атҡаҙанған артисы (1995).
- 1950 йыл: Борис Бурда, эрудит, «Что? Где? Когда?» клубы маһиры, бард һәм кулинар.
- 1980 йыл: Закир Даудов (1980—30.12.1999), Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә саҡырыу буйынса алынған хәрби хеҙмәткәр, өлкән сержант, Рәсәй Геройы (2000, үлгәндән һуң). Милләте ҡумыҡ, сығышы менән Дағстан Республикаһынан.
- 1987 йыл: Иван Петрович Иванов-Вано, мультипликацион кино режиссёры, рәссамы һәм сценарисы, совет мультипликацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1994 йыл: Игорь Аронович Гостев, кинорежиссёр, сценарист, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
тулы исемлек