Исмәғилев Рафаэль Ришат улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Һөнәр төрө ғалим
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 25 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (73 йәш)
Эш урыны
Тыуған урыны

Исмәғилев Рафаэль Ришат улы (25 март 1951 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир-ағзаһы (1998), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рафаэль Ришат улы Исмәғилев 1951 йылдың 25 мартында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Байгилде ауылында тыуған..

1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Һуңынан, 1973—1974 йылдарҙа Нуриман районы үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһы начальнигы; 1992 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) профессор, 1994 йылдан университетта кафедра мөдире, 1998-1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты Фәнни тикшеренеүҙәр институтында директорҙың ғилми эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләй.

1998 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһында мөхбир-ағзаһы, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000).

Исмәғилев Рафаэль Ришат улының ғилми хеҙмәттәренең төп йүнәлеше: үҫемлек аҙыҡ етештереү технологияһы, ужым бөртөклөләренең биологияһы һәм экологияһы, яраҡлаштырылған үҫемлектәр үҫтереү.

Исмәғилев ҡулланыусыларға кәрәкле булған шифалы ашлыҡ, сөгөлдөр үҫтереү технологияһын уйлап тапҡан.

Ул бер фән докторы һәм 25 фән кандидаты әҙерләне.

Ғалим — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының үҫемлектәр өйрәнеү буйынса Ғилми советының рәйесе, Республиканың Дәүләт реестрына селекция ҡаҙаныштарын индереү комиссияһының ағзаһы, «Ғилем» фәнни-нәшриәт советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Аграр сәнәғәт комплексының аграр фәндәрҙе үҫтереүҙең приоритетлы йүнәлештәрен билдәләүсе Координация советы ағзаһы, «Атлас Республики Башкортостан» редколлегияһы ағзаһы, Башҡорт дәүләт аграр университетының Ғилми советы ағзаһы, докторлыҡ диссертация советы (Өфө, Ҡазан ҡалалары), «Вестник Башкирского ГАУ» журналының нәшриәт советы ағзаһы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғалим — 440 фәнни хеҙмәт, 80 мәҡәлә авторы, шул иҫәптән:

  • Основы адаптивно-ландшафтной системы земледелия. Уфа: Китап, 1999 (соавтор).
  • Качество и технология производства продовольственного зерна ржи. М.: АгриПресс, 2001 (соавтор).
  • Качество и технология производства хлебопекарного зерна пшеницы. Уфа: Гилем, 2005.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

РФ Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары, Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм һөнәри урта белем биреү Дәүләт комитетының, Удмурт Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамоталары, Рәсәй һәм Халыҡ-ара күргәҙмәләрҙең дипломдары һәм миҙалдары, Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт премияһы, «РБ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре» һәм «РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]