17 сентябрь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
Ер:
- Бөтә донъя таҙалыҡ көнө.
- Кантри-музыка көнө.
- «Гренаш» шарабы көнө.
- «Элекке дуҫығыҙҙы табығыҙ» көнө.
АҠШ:
- Конституция һәм Гражданлыҡ көнө.
- Яңғыҙҙар көнө.
- Бейеү көнө.
- Гимнастика көнө.
- Сэндвич көнө.
Ангола:
- Ил батырҙары көнө.
Беларусь:
- Халыҡ берҙәмлеге көнө.
Индонезия:
- Ҡыҙыл Тәре көнө.
Италия:
- Сыр байрамы.
Колумбия:
Рәсәй Федерацияһы:
- Бөтә Рәсәй йүгереү көнө - «Милләт кросы».
Ер:
- Тур-менеджерҙар көнө.
Гондурас:
- Уҡытыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1773 йыл: Ырымбур губернаһында Емельян Пугачёв етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡана.
- 1787 йыл: АҠШ-та Конституция ҡабул ителә.
тулы исемлек
- 1922 йыл: Совет Рәсәйендә тәүге тапҡыр Мәскәүҙән радиоконцерт ойошторола.
- 1932 йыл: Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эшләй башлай.
- 1934 йыл: Беренсе грампластинка сығарыла.
- 1954 йыл: «Яңы Ер» архипелагында СССР-ҙың ядро ҡоралдарын һынау полигоны сафҡа индерелә.
- 1988 йыл: Сеулда XXIV Олимпия уйындары башлана.
- 1991 йыл: Башҡортостан һәм Венгрия Республикалары Хөкүмәттәре араһында Сауҙа—иҡтисади бәйләнештәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Йомағолова Венера Әхмәт ҡыҙы (1955), хеҙмәт ветераны, кинорежиссёр, тележурналист. 1987—2012 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006), төрлө кимәлдәге ижади конкурстар лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2013 йылдарҙа археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Фәндәр академияһының Р. Ғ. Кузеев исемендәге премияһы лауреаты (2009). «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры (2009).
- Ғәзизуллин Исмәғил Ҡорбан улы (1946), рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Фазлыев Ғәли Хажи улы (1912—18.11.1995), уҡытыусы, комсомол, партия һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби корреспондент, гвардия өлкән лейтенанты. Туймазы ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә 21-се гвардия Невель уҡсылар дивизияһының Хәрби дан музейын ойоштороусы. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Смоленск (1973) һәм Туймазы ҡалаларының (1994) почётлы гражданы. Сығышы менән Туймазы районының Бәтке ауылынан.
- Усманов Салауат Мөҙәрис улы (1947—24.04.2020), ғалим-физик, йәмәғәтсе. 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған (2005) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү (1999), почётлы фән һәм техника (2007) хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф (1997) отличнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
тулы исемлек
- Аралбаев Зариф Ғариф улы (1952), инженер. 1970 йылдан Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозы инженеры, 1991 йылдан — баш инженер; 1993 йылдан «Урал», 1996—2007 йылдарҙа — «Маҡан» ауыл хужалығы предприятиеһы, 2010—2013 йылдарҙа — «Зауралье Агро» машина-технология станцияһының Хәйбулла филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Оло Арыҫланғол ауылынан.
- Коробков Виктор Владимирович (1952), энергетик, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Салауат ТЭЦ-ының яуаплы хеҙмәткәре, 2002—2013 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, 1999—2008 йылдарҙа Салауат ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2000), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының (1996) һәм Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының (2006) атҡаҙанған хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2006). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Золотое ауылынан.
- Янаки Сергей Георгиевич (1952—16.10.2021), шағир, тәржемәсе, публицист. 2015 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Дауытов Әнүәр Хәлил улы (17.09.1928), хәрби хеҙмәткәр, Корея һуғышы ветераны. 1957 йылдан КПСС ағзаһы.
- Попов Пётр Владимирович (17.09.1943), табип-ғалим, травматолог-ортопед. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге поликлиникаһының элекке баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы.
- Ҡаһарманов Рәхимйән Тимерғәле улы (17.09.1948), ауыл хужалығы ветераны. 1970—2012 йылдарҙа Баймаҡ районының «Октябрь» хужалығы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Закиров Мөхәмәтхан Хажи улы (1934—5.06.1996), педагог-библиограф-ғалим. 1956—1963 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының библиография бүлеге мөдире, 1963—1973 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1973—1995 йылдарҙа — директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы (1939–19.01.2012), химик-инженер, химия сәнәғәте хеҙмәткәре. 1998–2000 йылдарҙа «Өфөхимпром» берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Дуҫлыҡ (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан.
тулы исемлек
- Измайлов Руслан Борисович (1939–5.02.2002), инженер-технолог-ғалим. 1970 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1979 йылдан — химик технология процестары кафедраһы мөдире, 1984 йылдан — Салауат филиалы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1973), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы һәм уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡарағанда өлкәһе Олотау районы Ҡарсаҡбай ҡасабаһынан.
- Риф Мифтахов (1939—22.04.2020), шағир, журналист, тәржемәсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Ишембай районының почётлы гражданы.
- Яҡупов Мансур Ҡалтай улы (1939—27.09.1973), биҙәү-ғәмәли сәнғәт рәссамы, скульптор. 1965 йылдан РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе рәссамы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969).
Дөйөм исемлек
- 1854: Дэвид Бьюик, АҠШ автоинженеры һәм сәнәғәтсеһе.
- 1857: Константин Циолковский, космонавтикаға нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1914: Грет Мостни, Чилиҙың ғалим-антропологы, сығышы менән Австриянан.
- 1916: Юмжагийн Цэдэнбал, Монголия Халыҡ Республикаһының сәйәси эшмәкәре, МХР Маршалы (1979).
- 1985: Александр Овечкин, Рәсәй хоккейсыһы.
Был көндә вафат булғандар
тулы исемлек
- 1958: Фридрих Адольф Панет, Германия химигы.
- 1987: Муса Гәрәев, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия полковнигы (1956), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).