Закиров Мөхәмәтхан Хажи улы

Мөхәмәтхан Хажи улы Закиров (рус. Закиров Мухамет Хазиевич1934 йылдың 17 сентябре, Үктәй, Үктәй ауыл Советы (Иглин районы)1996 йылдың 5 июне, Өфө) — совет, Рәсәй һәм башҡорт китапхана һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).

Биографияһы

1934 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Иглин районы Үктәй ауылында тыуған[1].

Өфө китапхана техникумын тамамлағандан һуң 1951–1956 йылдарҙа Мәскәү китапхана институтында уҡыған. 1956 йылда Башҡортостан республика китапханаһының библиография бүлеге мөдире булып эш башлаған.

1960–1963 йылдарҙа Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтының көндөҙгө аспирантураһында уҡыған һәм «Башҡорт АССР-ында китапхана төҙөлөшө» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.

1963–1973 йылдарҙа Башҡортостан республика китапханаһының фән буйынса директор урынбаҫары. 1973–1995 йылдарҙа Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһы директоры. Директор булып эшләгән йылдарҙа китапхананы йыһазландырыуҙың фәнни нигеҙҙәрен эшләгән, милли телдәрҙәге фондтар формалаштырыу һәм һирәк баҫмаларҙы һаҡлау буйынса эш алып барған[1].

1996 йылдың 5 июнендә Өфөлә вафат булған.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты президиумы ағзаһы.
  • Өфө ҡала Советы депутаты.

Фәнни хеҙмәттәре

Төп фәнни хеҙмәттәре библиография һәм китапханасыуға бағышланған. 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • «Почёт билдәһе» ордены (1981);
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1994)[2];
  • Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Закиров Мухаметхан Хазиевич. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026. Архивировано 24 декабрь 2019 года.
  2. Указ Президента РБ от 16.09.1994 № УП-421 «О награждении Почётной грамотой Республики Башкортостан Закирова М. З.» Российский правовой портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026. Архивировано из оригинала 18 март 2018 года.