9 июнь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара:
- Архивтар көнө.
- Аккредитация көнө.
- Дуҫтар көнө.
Милли
Уганда: Батырҙар көнө.- Көньяҡ Америка,
Уругвай: Көньяҡ Америка футболы көнө.
Аргентина: Геологтар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмө көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1719 йыл: Пётр I Рәсәй империяһы губерналарын провинция һәм өйәҙҙәргә бүлә.
- 1883 йыл: Мәскәүҙә хәҙерге Дәүләт тарих музейы тантаналы асыла.
- 1921 йыл: Өфөлә Башҡорт АССР-ының Үҙәк фәнни китапханаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы) асыла.
тулы исемлек
- 1945 йыл: Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмө ойошторола.
- 1950 йыл: Өфө лак-буяу заводы эшләй башлай.
- 2018 йыл: «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Өфөлә Милли кейем байрамы үткәрелә. Уға 40-тан ашыу халыҡтың милли кейемендә 1192 кеше килә, һәм был [[Рәсәй]] рекорды итеп теркәлә.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Шамил Шахғәли (Миңлеғәлиев Шамил Шәғәли улы; 1920—15.01.1987), педагог, драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рота командиры. 1946—1949 йылдарҙа Өфөләге халыҡ ижады йорто директоры. 1952 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Башҡортостан һәм Татарстан мәктәптәре уҡытыусыһы. 1962 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Ҡалмашбаш ауылынан.
- Мухачёва Элита Александровна (1930—15.04.2011), математик-ғалим. 1958 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1973 йылдарҙа һәм 1977 йылдан юғары математика, 1984—1998 йылдарҙа — хисаплау математикаһы һәм кибернетика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1982). РСФСР-ҙың (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
тулы исемлек
- Раевский Владимир Викторович (1960), филолог. Өфө ҡалаһындағы Н. И. Кузнецов исемендәге 105-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Сопин Александр Леонидович (1960), хәрби хеҙмәткәр, полковник һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2023 йылдан Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. 2010 йылдан Өфө ҡала хакимиәтенең граждандарҙы һаҡлау идаралығы начальнигы, 2014—2016 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы. Генерал Шайморатов ордены кавалеры (2024). Сығышы менән Пенза ҡалаһынан.
- Огородников Сергей Иванович (1965), культурист-спортсы. Өфө нефть институтын тамамлаусы (1988). 1993—2000 йылдарҙа бодибилдинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Донъя (1996), Европа (1996) һәм Рәсәй (1993, 1996—1997) чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Баулы районы Поповка ауылынан.
- Исмәғилев Роберт Альберт улы (1980), спортсы, тренер, йәмәғәтсе. 2009 йылда Өфөләге 14-се спорт мәктәбе тренеры, 2010 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының Ирекле көрәш федерацияһы президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, билбау көрәше һәм көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры.
- Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы (1995), спортсы. Билбау көрәше буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы. Билбау көрәше һәм милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Сөләймәнов Риф Сафа улы (1936), музыка белгесе‑фольклорсы-ғалим. 1970 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән, 2007 йылдан — төп ғилми хеҙмәкәр. 1986 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Батырова Мазидә Рәйес ҡыҙы (1946), архитектор. 1976—2003 йылдарҙа «Башнефтепроект» институтының проекттар буйынса баш архитекторы. 1979 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1995). Бөтә Рәсәй архитектура проекттары смотры дипломанты (1989, Мәскәү), «2000 йылдың иң яҡшы проекты» республика конкурсы лауреаты (2001, Өфө). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Андижан өлкәһе Асака ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы (1951), дәүләт органдары хеҙмәткәре, философ-ғалим. 1970 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы аппаратының яуаплы хеҙмәткәре; 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары, 2011—2017 йылдарҙа — рәйес урынбаҫары. Философия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Помыкалов Илдар Валерьевич (1971), спортсы. 1993 йылдан еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы һәм уларҙың ике тапҡыр чемпионы (2000, 2004), шулай уҡ күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы, ошо ярыштарҙың көмөш һәм бронза призёры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1993) һәм атҡаҙанған (2000) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Почёт (2006), Дуҫлыҡ (2002), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2004), Халыҡтар дуҫлығы (2000) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры, II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2009) менән бүләкләнеүсе.
- Әлмөхәмәтов Илмар Разин улы (1971), режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре, педагог. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры, 2015 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014).
- Бикбаев Азамат Иҙебай улы (1986), спортсы, классик (грек-рим) стилдәге көрәш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2012).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Исхаҡов Ибраһим Ғата улы (1892—10.10.1985), уҡытыусы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1953), Ленин ордены кавалеры (1952).
- Кочетов Иван Данилович (1917—15.05.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған осоусы, эскадрилья командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
тулы исемлек
- Горчаков Владимир Фролович (1937—1.09.2003), нефтехимик. 1960—1998 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). 2-се (1986) һәм 3-сө (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Гущин Петр Яковлевич (1937—21.08.2006), ғалим-ветеринария табибы, биология фәндәре докторы (1992), профессор (1994), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Сығышы менән элекке Азов-Ҡара диңгеҙ крайынын.
- Мәхмүтова Гөлдәр Мәхмүт ҡыҙы (1937), төҙөүсе. 1956 йылдан «Салауатстрой» тресы штукатурсыһы, 1972—1992 йылдарҙа — штукатурсылар бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981). Ленин (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Иҫке Әпсәләм ауылынан.
- Ивушкин Владимир Иванович (1942—12.03.1999), эшсе. 1965—1993 йылдарҙа «Союзтелефонстрой» тресының монтажсы-йәбештереүсеһе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Аҡылов Фәрит Яныбай улы (1947), технолог-инженер. 1974—2010 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1982 йылдан комплекслы бригада бригадиры; 2002 йылдан байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы урынбаҫары, 2006 йылдан — төп корпус начальнигы; 2011—2012 йылдарҙа Гай тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1984).
- Тяпкин Николай Никитович (1947), инженер. 1966 йылдан Өфөләге «Родина» кинотеатры киномеханигы, инженеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Васильева Венера Әнүр ҡыҙы (1962), иҡтисадсы. 1980 йылдан хәҙерге Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы хеҙмәткәре, 2001 йылдан — етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2010), Рәсәй Федерацияһы дәүләт статистикаһының почётлы хеҙмәткәре (2017), Статистика отличнигы.
- Ғүмәрова Ләйсән Фәнил ҡыҙы (1992), спортсы. Кикбоксинг буйынса юниорҙар араһында Рәсәй чемпионы (Нефтекама, 2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Булат ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мазин Иван Васильевич (1913—25.10.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, подполковник. 1969—1975 йылдарҙа Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының граждандар оборонаһы штабы начальнигы. Ҡыҙыл Байраҡ, ике II дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Варварино ауылынан.
- Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы (1923—25.06.1999), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1987 йылдарҙа Илеш районы «Октябрь» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Йөннө ауылынан.
тулы исемлек
- Большаков Виктор Григорьевич (1938—13.04.2015), водитель. 1957—2006 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресы водителе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1984).
- Фәтихов Миңлехан Әбүзәр улы (1953), физик-ғалим. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2002 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1997), профессор (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Зенцов Пётр Иванович (1889—26.08.1920), Рәсәйҙәге революцион хәрәкәттә һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1905 йылдан РСДРП (б) ағзаһы. Өфө губернаһы Ғәҙәттән тыш комиссияһының (Уфимская губЧК) беренсе рәйесе (апрель—июль 1918).
- Ҡасимова Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы (1934), театр актёры, режиссёр, педагог. 1972 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1984 йылдарҙа театр факультеты деканы, 1997—1999 йылдарҙа режиссура һәм актёр оҫталығы, 2008—2013 йылдарҙа — режиссура кафедраһы мөдире. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Удмурт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
тулы исемлек
- Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы (1959), зооинженер-ғалим. 1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015).
Дөйөм исемлек
- 1672 йыл: Пётр I, Рәсәй империяһының һуңғы Батшаһы (1682—1721) һәм беренсе Императоры (1721—1725).
- 1775 йыл: Георг Фридрих Гротефенд, Германия филологы, боронғо фарсы яҙмаларын уҡыуға нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1840 йыл: Акакий Церетели, Грузия шағиры.
- 1843 йыл: Берта фон Зутнер, Австрия яҙыусыһы, тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы лауреаты (1905).
- 1865 йыл: Карл Нильсен, Дания композиторы, скрипкасы, дирижёр һәм педагог.
- 1875 йыл: Генри Дейл, Англия фармакологы, Нобель премияһының 1936 йылғы лауреаты.
- 1920 йыл: Владимир Юкин, СССР һәм Рәсәй рәссамы, пейзаж оҫтаһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (1995).
- 1926 йыл: Борзова Галина Александровна, туҡыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- 1930 йыл: Бен Абруззо, АҠШ-тың һауа шарында осоусыһы, Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙы экипаж составында беренсе осоп сығыусы.
- 1930 йыл: Лин Картер, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1950 йыл: Юрий Щекочихин, СССР һәм Рәсәй журналисы, яҙыусы, драматург, сценарист һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1966 йыл: Каттис Альстрём, швед журналисы, телевидение алып барыусыһы, балалар хоҡуғын яҡлаусы.
- 1990 йыл: Лорен Сока, Англия актрисаһы.