Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы
Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы (9 июнь 1923 йыл — 25 июнь 1999 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. 1958—1987 йылдарҙа Илеш районы «Октябрь» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). VIII саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1970—1974)[2], колхозсыларҙың III Бөтә союз съезы депутаты.
Биографияһы
Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы Яхин 1923 йылдың 9 июнендә Бөрө кантоны Исмаил улусының Үрге Йөннө ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәп тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1938 йылда Белорет металлургия заводында электр менән иретеп йәбештереүсе, Илеш районы Йәркәй машина-трактор станцияһының Йәркәй трактор бригадаһы иҫәпсеһе булып башлай. 1941 йылда Граждан һауа флотының Яңауыл мәктәбенә уҡырға инә.
1942 йылдан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Августа баҫҡынсыларға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1942 йылдың ноябрендә 333-сө уҡсылар дивизияһының 1118-се уҡсылар полкының отделение командиры вазифаһында Дон өсөн алышта яралана. Госпиталдән һуң ҡабат фронтҡа китә. Еңеү көнөн 244-се бомбардировка дивизияһы 260-сы бомбардировка полкының һауа уҡсы-радисының булып ҡаршы ала. Һуғыштан һуң Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә үҙ часында хеҙмәтен дауам итә. 1948 йылда сержант дәрәжәһендә демобилизациялана.
1948 йылдан ДОСААФ-тың Илеш районы комитеты рәйесе була. 1953 йылдан — КПСС-тың Илеш район комитеты инструкторы. 1957 йылдан шул уҡ райондың Андреевка МТС-ы партия ойошмаһының эштән азат ителгән секретаре.
1958—1987 йылдарҙа Илеш районы «Октябрь» колхозы рәйесе булып эшләй. 1966 йылдың 23 июненән СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән производствоны күтәреүҙә, бойҙай, арыш, ҡарабойҙай һәм башҡа иген һәм мал аҙығы культураларын әҙерләүҙе арттырыуҙағы уңыштары, техниканы юғары етештереүсәнлектә файҙаланған өсөн Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм ленин ордены, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
Хәтер
- Фәйзелғаян Яхин хөрмәтенә спорт ярыштары уҙғарыла.
- Илеш районының Иҫәнбай ауылының бер урамына уның исеме бирелгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- Ленин ордены (1966)
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[4]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1946)[5]
Фәнни хеҙмәттәре
- Яхин Ф.Ф. Колхоз "Октябрь" - хлебный маяк Башкирии / Ш. Насырова. — Уфа: Башкнигоиздат, 1963. — 24 с с.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Йөннө ауылы.
- ↑ 06649. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2010. Архивировано 13 март 2013 года.
- ↑ Тимерхан Назмиев и Файзелгаян Яхин: друзья, коллеги и соперники
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
- Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы. «Герои страны» сайты.
- Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Тимерхан Назмиев и Файзелгаян Яхин: друзья, коллеги и соперники