Каттис Альстрём
Биографияһы
Катарина Софие «Каттис» Альстрём 1966 йылдың 9 июнендә Швецияның Гётеборг ҡалаһында тыуған, Люндта табип Ханс Альстрем (1939—2005) һәм Анн-Кристин Альстрём Экберг (1939—2005) ғаиләһендә үҫә. Уның оло апаһы — Габриэлла Альстрём һәм ҡустыһы — Фредрик Альстрём бар[2].
Бала саҡтан классик музыкант булыу тураһында хыяллана; Каттис виолончелдә һәм фортепианола уйнай, шулай уҡ университетта музыка өйрәнә, әммә ҡулының йәрәхәтләнеүе арҡаһынада икенсе йүнәлеште алырға мәжбүр була[3].
Үҙ карьераһын Клаэс Окесон (Claes Åkeson) менән бергә швед телевидениеһында «7-нән 9-ға тиклем» күңел асыу программаһы алып барыусыһы булып башлай.
2000 йылдан алып Андерс Лундин (Anders Lundin) менән бергә Глобен стокгольм аренаһында Евровидение тапшырыуын алып бара[4].
2003—2005 йылдарҙа ул «TV-huset» (ТВ-йорт) программаһын алып бара, 2005 йылда ошо программа өсөн ул Kristallen «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ-телевидение алып барыусыһы» премияһына лайыҡ була. Melodifestivalenда һәм телевидениела хәйриә гала-концерттарҙа конферансье булараҡ эшләй.
2009 йылда ул телевидениеға TV4 Плюс каналындағы «Kattis & Company» программаһына ҡайта, шулай уҡ 2009—2011 йылдарҙа «Kattis & Company» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй. 2006—2010 йылдарҙа популяр «Icakuriren» көндәлек журналының баш мөхәррире булаKattis & Co skrotas (швед.), Dagens Media. 8 март 2018 тикшерелгән.</ref>[5].
2012—2015 йылдарҙа балалар хоҡуғын яҡлаусы BRIS ойошмаһының генераль секретары вазифаһын башҡарыусы (швед. Samhället Barnens rätt i)[6], шулай уҡ Lilla barnets fond (Бәләкәй балалар фонды)[7], Rädda Barnen (Балаларҙы ҡотҡарығыҙ) фондтарында[8] һәм ООН-дың ЮНФПА халыҡтар йәшәү өлкәһе фондында ҡатнаша[9].
2015 йылдың көҙөндә Нобель лауреаттрына арналған Nobelstudion программаһының дүрт сығарылышын үткәреү өсөн Каттис SVT кналына ҡайта[10][11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Hans Ahlström har avlidit (sv-SE), HD. 8 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ Kattis Ahlström - mitt i musiken (sv-SE), Sydsvenskan. 8 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ Bakker, Sietse The end of a decade: Stockholm 2000. European Broadcasting Union (21 декабрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2010.
- ↑ "Jag måste smälta det här" (швед.). www.resume.se. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2018.
- ↑ Barnens Rätt i Samhället. www.bris.se. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2018.
- ↑ Kattis Ahlström (билдәһеҙ). www.lillabarnet.se. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2018. 2017 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Wayback Machine (22 декабрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2018.
- ↑ UNFPA Europe - Four Nordic Goodwill Ambassadors to Visit Mozambique, archive.is (16 июль 2012). 8 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ Kattis Ahlström gör comeback i SVT (швед.), Expressen. 8 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ TT Spektra (19 september 2015). ”Kattis Ahlström tillbaka i SVT”. Folkbladet. Läst 10 december 2015. 2018 йылдың 9 март көнөндә архивланған.