Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы
Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы (9 июнь 1959 йыл) — зооинженер-ғалим. 1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015)[1].
Биографияһы
Варис Рәфҡәт улы Туҡтаров 1959 йылдың 9 июнендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылында тыуа.
Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон 1986 йылда тамамлай һәм ошонда уҡ кафедраның производство мастеры вазифаһында эшләй башлай.
Бөтә Рәсәй ветеринар санитария, гигиена һәм экология фәнни-тикшеренеү институты аспирантураһын тамамлағандан һуң умартасылыҡ һәм зоология кафедраһына ассистент була. 1993 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Өс йылдан һуң Бөтә Рәсәй ветеринар санитария, гигиена һәм экология фәнни-тикшеренеү институты докторантураһына саҡырыла. 2000 йылда «биология фәндәре докторы» дәрәжәһен ала[2].
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының Биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультетының
Биология, Умартасылыҡ, шәхси зоотехния һәм хайуандарҙы үрсетеү кафедраһы профессоры[3].
Ғилми эшмәкәрлеге
Варис Рәфҡәт улының фәнни эшмәкәрлеге бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалауҙың заманса ысулдарын эшләү һәм ҡулланыуға индереүгә, шулай уҡ уларҙы тирә-яҡ мөхиттең басраныуын билдәләүсе индикатор сифатында ҡулланыуға бәйле. Был йәһәттән уның етәкселегендә ветеринар экологияның яңы — апиморниторинг ысулы эшләнә. В. Р. Туҡтаров эшсе ҡорттарҙың айырымланған май күҙәнәктәрен алыуҙың яңы ысулы тәҡдим ителә һәм патентлана. Бал ҡорттарының бактериаль сирҙәрен дауалау өсөн юғары һөҙөмтәле апифлоцид препараты эшләнә һәм файҙаланыла. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
В. Р. Туҡтаров — кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса диссертация советы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 ТУКТАРОВ ВАРИС РАФКАТОВИЧ
- ↑ Туктаров Варис Рафкатович
Сығанаҡтар
- Туҡтаров Варис Рәфҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ТУКТАРОВ ВАРИС РАФКАТОВИЧ
- Туктаров Варис Рафкатович