Иҫке Әпсәләм
Ауыл | |||
Иҫке Әпсәләм | |||
---|---|---|---|
рус. Староабсалямово | |||
54°07′13″ с. ш. 55°39′19″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башкортостан | ||
Муниципаль район | Ауырғазы | ||
Ауыл советы | Өршәк | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Элекке исеме | Әпсәләм, Абдул, Иҫке Әпсәләм | ||
Ауыл с | 2005 | ||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | ↗433[1] кеше (2010) | ||
Милли составы | татарҙар | ||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453477 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 205 861 001 | ||
ОКТМО коды | 80 605 461 101 | ||
ГКГН номеры | 0519005 | ||
|
Иҫке Әпсәләм (рус. Староабсалямово) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 433 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80205861001.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әпсәләм ауылы XIX быуат аҙағынан билдәле. Ошо быуаттың 70-се йылдарында башҡалар араһында ул юҡ. Ауылға Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1817 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. Ауылдың исеме антропономик сығышлы. Тәүге төпләнеүсе Әбделсәләм Әҙелшин исеменән. 1902 йылда ул 148 йортҡа берләшкән 764 кешеһе менән ауыл булып күрһәтелгән. Былар — мишәрҙәр һәм типтәрҙәр. Совет власының тәүге йылдарында ауыл халҡы 1296 кешенән торған. Унда 226 йорт булған[3]. Игенселек, малсылыҡ, сауҙа менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет (19 быуат аҙағында уның эргәһендә мәктәп эшләгән), бакалея кибете, мөгәзәй булған. 30‑сы йылдарҙа Яңы Әпсәләм бүлендек ауылы (90‑сы йылдарға тиклем була) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала[4].
Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1952 йылдың 1 июненә ҡарата Иҫке Әпсәләм ауылын Әбсәләм ауыл Советы етәкләй. 1969 йылдың 1 ғинуарына Әпсәләм ауыл Советы булмай, Иҫке Әпсәләм һәм Яңы Әпсәләм Солтанморат ауыл Советына индерелә. 1972 йылдың 1 июленә Иҫке Әпсәләм һәм уның бүлендек ауылы Яңы Әпсәләм Өршәк ауыл Советына инә. 1981 йылдың 1 сентябренә Иҫке Әпсәләм - Өршәк ауыл советы үҙәге.
2005 йылдың 20 июлендәге 211-з «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Законы ҡарар итә:
ст. 5. тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:
1) Ауырғазы районында:
б) Өршәк ауыл Советы Иҫке Әпсәләм ауылының
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 433 | 199 | 234 | 46,0 | 54,0 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (92 %)[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йосопов Муса Рахман улы (18.12.1896—3.08.1937), журналист, юғары мәктәп һәм сәнғәт эшмәкәре, партия органдары хеҙмәткәре. Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1922—1925 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» гәзиттәре мөхәррире; 1925—1929 йылдарҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, һөнәри союздарҙың өлкә советы рәйесе урынбаҫары; 1931—1932 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан, 1932—1933 йылдарҙа Татарстан өлкә комитеттарының матбуғат эштәре секторы мөдире; 1933—1935 йылдарҙа М. Н. Покровский исемендәге Ҡазан дәүләт педагогия институты директоры, 1935 йылдың октябренән хәҙерге Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры директоры. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Рәхимов Рөстәм Хәлим улы (6.10.1937), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Стәрлетамаҡтағы «Каучук» йәмғиәтенең 1983—2000 йылдарҙағы директоры һәм генераль директоры (1992). Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1999-2003). Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016)[7].
- Сөләймәнов Солтанморат Миңлеғәли улы (15.02.1926—13.02.2007), ғалим-агроном. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1960 йылдан Үзбәкстандың Үҫемлектәр генетикаһы һәм эксперименталь биологияһы институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1987 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр[8].
Ревизия материалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 55. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Иҫке Әпсәләм // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урам исемдәре
- ↑ Энциклопедия Урала — Рахимов Рустам Халимович 2019 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сөләймәнов Солтанморат Миңлеғәли улы (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C. 276. (рус.)
- Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348—430. С. 46. (рус.)
- Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Кириллова, П. Ф. Максимов, М. Х. Мусин; отв. ред. Б. А. Абдрахманов]. — Изд. 6-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1973. — 386, [2] с. : табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 327—387. С. 44 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
- Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года : [справочник] / Президиум Верхов. Совета Башк. АССР ; [сост. Н. Н. Исаев, З. З. Харрасов, М. З. Шаймуратов; отв. ред. Ф. Ш. Хисматуллин]. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1981. — 382, [2] с. : табл. преим., карты. — Алф. указ.: с. 326—383. С. 51 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Иҫке Әпсәләм // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 март 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 55. — ISBN 978-5-295-04683-4..