Үрге Бәгәнәш

Үрге Бәгәнәш (рус. Верхний Бегеняш) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 95 кеше[2]. Почта индексы — 453492, ОКАТО коды — 80205834003.

Тарихы

XVIII һәм XIX быуаттарҙа Үрге Бәгәнәш Бәгәнәш-Әбүкән тип атала. Һуңынан Түбәнге Бәгәнәш-Әбүкән исеме менән ике ауыл барлыҡҡа килә, унда типтәрҙәр, сыуаштар, башҡорттар йәшәгән. Бәгәнәш — этнонимға әйләнгән - улус исеменә әйләнгән антропоним. Эш шунда: Мең улусы 1671 йылда 11 ырыу-ҡәбиләгә бүленгән булған. Уның тарҡалыуы артабан да дауам итә. 7203 йылда мосолман календары (—5508=1695 г.) Теләш ауылы кешеһе Теләш Бәгәнәшев Бәгәнәш-Мең улусының аҫаба башҡорттары өсөн иҫәп буйынса яңы 12-се Мең улусының тыуыуын раҫлаусы грамота ала. Күренеүенсә, Теләш Бәгәншевтың атаһы тархан була. Ғаиләләр төркөмө уның улы Теләш ваҡытында барлыҡ меңдәрҙән айырылып сыға һәм үҙенең улусын ойоштора. Бәгәнәш исеме яңы улусҡа бирелә. Теләш ауылы һуңынан тархан Теләш Бәгәнәш исеме менән яңы Бәгәнәш исемен алған, тип күҙаллана. Артабан ул Бәгәнәш Әбүкән була. Әбүкән шулай уҡ антропоним. Был улустың аҫаба ер биләүсеһе Әбүкән Исмәғилов XVIII быуаттың 70-се йылдарындағы сығанаҡтары буйынса билдәле[3].

Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, тимерлек теркәлгән. 20 быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 95 41 54 43,2 56,8

Географик урыны

Урамдары

  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[4]

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә