Баҡай (Ауырғазы районы)

Баҡай (рус. Бакаево) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 20 кеше[2]. Почта индексы — 453498, ОКАТО коды — 80205840002.

Тарихы

Баҡай ауылы XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан билдәле. Ауылға 1785 йылда яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. V рәүиз ваҡытына Солтанморат ауылынан 20 хеҙмәтле татар күсеп ултыра.

1902 йылда Түрһәғәҙе йылғаһы буйындағы ауыл Баҡай Түрһәғәҙе тип аталған, ул 9 йорттан торған, унда 66 татар йәшәгән. Уның икенсе исеме Бәләкәй Дүртөйлө[3]. 1930 йылға тиклем Стәрлетамаҡ кантонының Өршәк-Мең улусына инә. 20-се быуат башында 1927 йылда Солтанморат ауылынан сыҡҡан һәм 60-сы йылдарҙа район картаһынан юғалған бер нисә ауыл кешеһе күсереп ултыра.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 20 8 12 40,0 60,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (71 %)[4].

Географик урыны

Урамдары

Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә