Собханғол (Ауырғазы районы)

Собханғол (рус. Субхангулово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 93 кеше[2]. Почта индексы — 453477, ОКАТО коды — 80205861005.

Тарихы

Собханғол (Ҡамсалы) исемле ауылға 1795 йылда яһаҡлы татарҙар — 57-йәшлек Собханғол Биккинин тарафынан нигеҙ һалына (уның улдары Сәйет, Абдулхалиҡ, Абдулвәли, Мәхәмәтғәле, Хәлил, Әбүталип). Түбәнге Новгород губернаһының Сергач өйәҙе Овечий Овраг ауылынан һәм Сембер губернаһының Ҡурмыш өйәҙе Мядянь һәм Петряксы ауылдарынан яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙары күсенеп килә. Ул саҡта улар 10 ир-ат була. 1811 йылда шул уҡ губерналарҙан тағы 21 ир-ат күсенә. Шул уҡ йылда улар башҡорттарҙан ер һатып ала[3]. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.

Собханғолға 1960-сы йылдарҙа Ҡыҙылға ауылы кешеләре күсеп килә[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 93 49 44 52,7 47,3
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өҫтөнлөк иткән милләттәр - татарҙар (95%)[5].

Географик урыны

Ҡамсалы йылғаһы (Өршәк йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Урамдары

  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)[6]

Билдәле шәхестәре

  • Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы (25 ноябрь 1926 йыл — 7 сентябрь 1995 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре канд. (1970), профессор (1993). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), юғары мәктәп уҡытыусыһы[7].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 56. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001). Сборник документов и материалов. Уфа: Китап, 2003. — 536 с. С.316.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Госсправка сайтында урам исемдәре
  7. Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә