Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Ғилми исеме | профессор |
Эш урыны | |
Вафат булған көнө | 7 сентябрь 1995 (68 йәш) |
Һөнәр төрө | инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Тыуған урыны | |
Тыуған көнө | 25 ноябрь 1926 |
Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы (25 ноябрь 1926 йыл—7 сентябрь 1995 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре кандидаты (1970), профессор (1993). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Биографияһы
Йәүҙәт Мансур улы Бикбаев 1926 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Собханғол ауылында тыуа[1].
1949 йылда Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлай[2]
1953 йылдан алып Өфө авиация техникумында уҡытыусы, 1958—1960 йылдарҙа Өфө электромеханика техникумы директоры урынбаҫары булып эшләй[2]
1971 йылдан Өфө авиация институтында эшләй: 1973 йылдан — киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректор. 1979 йылдан башлап Мәскәү технология институтының Өфө филиалында (2002 йылдан Өфө дәүләт сервис институты): филиал директоры вазифаһында була. Чернышевский урамында институттың яңы уҡыу-лаборатория корпусы күбеһенсә техник фәндәр кандидаты, доцент Йәүҙәт Мансур улы Бикбаевтың тырышлығына күрә төҙөлә[3]. Бер үк ваҡытта көнкүреш машиналары һәм аппараттары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, 1985 йылдан алып машиналар эшләү технологияһы кафедраһы мөдире[1]. Тап ошо ваҡытта Мәскәү технология институтының Өфө филиалына Өфө авиация институтының бик күп уҡытыусылары эшкә күсә[3]
Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы 1995 йылдың 7 сентябрендә Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни хеҙмәттәре электрохимик аныҡ эшкәртеү, синтетик алмасты ҡулланыу һәм уның ярҙамында ҡырҡыусы инструменттарҙы үткерләү проблемаларына арналған. 20‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.(83437)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1986).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Бикбаев Явдат Мансурович(недоступная ссылка)
- ↑ 1 2 В УГАТУ готовятся документы для слияния с УГУЭС
Сығанаҡтар
- Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- 7 сентябрҙә вафат булғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Ауырғазы районында тыуғандар
- 25 ноябрҙә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары
- Техник фәндәр кандидаттары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Профессорҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр