Поташевка (Ауырғазы районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Поташевка
cыу. Путаш
53°56′39″ с. ш. 56°05′57″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Ауырғазы районы
Ауыл советы Бишҡайын
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Милли составы сыуаштар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453485
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 205 807 004
ОКТМО коды 80 605 407 111
Показать/скрыть карты
Поташевка (Ауырғазы районы) (Рәсәй)
Поташевка
Поташевка (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Поташевка

Поташевка (рус. Поташевка) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 25 кеше[1]. Почта индексы — 453485, ОКАТО коды — 80205807004.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 24 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Бишҡайын): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 12 км

Поташевка ауылы Бишҡайын ауыл Советына ҡарай. Район үҙәгенән көнсығышҡа ҡарай 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1927 йылда Бишҡайын ауылы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1930 йылға тиклем Стәрлетамаҡ кантонының Яңы Ҡанаш улусы составына инә[2].

Ауыл тораҡ пунктының ауыл статусын ҡасаба Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусының үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙең күсерелеүе менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында», 211-з һанлы Законына ярашлы ала, ст.1:

6. Тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:
5) Ауырғазы районында:…

я6)) Бишҡайын ауыл Советының Поташевка ҡасабаһының

Ауыл исеме Тула сауҙагәре Егор Крапивенцовҡа ҡараған поташ заводынан бирелә, завод 1803 йылға тиклем эшләй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 25 14 11 56,0 44,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - сыуаштар (85 %)[3].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[4]

Тихонов Александр Николаевич (лингвист) (20 ноябрь 1931 йыл16 март 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең тел ғалимы, лексикограф, рус дериватология өлкәһе белгесе. Ғалим оялы һүҙ яһау һүҙлектәрен төҙөү принциптарын эшләүгә, оялы һүҙ яһау теоретик проблемаларын хәл итеүгә ҙур өлөш индергән.