Әхмәр (Ауырғазы районы)

Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. Ишле ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 67 кеше[2]. Почта индексы — 453471, ОКАТО коды — 80205816003.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишле): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 51 км

Тарихы

Ҡалтай (хәҙерге Кушнаренко районы), Әхмәр, Бүреҡаҙған (Стәрлетамаҡ өйәҙе) ауылынан күскенсе мишәрҙәр ауыл хужалығы культураһы түбән булыу, ер эшкәртеүҙә ағас ҡырҡыу һәм ҡаты баҫыу системаларының өҫтөнлөк итеүе сәбәпле, яңы урында Әхмәр ауылына нигеҙ һала. 1751 йылда Яйыҡ-Ҫыбы-Меңле улусы башҡорттарынан ҡуртымға ер алалар. Элек бында Хөсәйен тигән ауыл була. Мишәрҙәр был ерҙә «ныҡ төпләнеү маҡсатында» рөхсәт һорай. Бүреҡаҙған ауылы мишәре Әхмәр Абдулов 1756 йылдың 17 июлендә Ырымбур губерна канцелярияһы бойороғон ала. Әхмәт ауылынан — 12, Ҡал­тайҙан — 4, Бүреҡаҙғандан — 1 хужалыҡ күсеп килгән. 1834 йылда Әхмәр ауылында 85, 1859 йылда — 112 мишәр йәшәгән. Бында шулай уҡ Рәхим һәм Ибрай ауылдарынан бер нисә яһаҡлы татар, типтәр булған[3].

Ауыл статусын Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з Законына, 1-се статьяға ярашлы алды:

6. тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

5) Ауырғазы районында:…

е) Ишле ауыл Советы Әхмәр ауылының

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 67 36 31 53,7 46,3
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (89 %).

Урамдар

  • Әй урамы (рус. Айская улица)
  • Королёв урамы (рус. улица Королёва)
  • Шакиров урамы (рус. улица Шакирова)[4]

Билдәле шәхестәре

Тәбиғәт ҡомартҡылары

  • Ауылдан 1 саҡрым төньяҡтараҡ гипстан эшләнгән карст Әхмәр упҡыны — Вертолёт мәмерйәһе урынлашҡан.

Видеояҙмаларҙа

  • Пещера «Вертолётная»[5]

Һылтанмалар

Сығанаҡтар