Мөҡсин (Ауырғазы районы)

Мөҡсин (рус. Муксино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 37 кеше[2]. Почта индексы — 453471, ОКАТО коды — 80205816004.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 27 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишле): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 51 км

Тарихы

Мөҡсин ауылына XVIII быуаттың 70—80-се йылдар араһында мишәр старшинаһы Мөҡсин Әбделсәләмов тарафынан нигеҙ һалынған. Ауыл 1787 йылда бер документта телгә алына. 29 йылдан һуң рәүиз ваҡытында 7 ихатала 50 мишәр кешеһе йәшәгән. 4 йортта ике- һәм өс ҡатынлылар йәшәгән. Былар йорт старшинаһы, мәзин, поход сотнигы һәм йорт яҫауылы булған. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың араһында улдары — поход старшинаһы Муллағол (уның улы Мирсаяф) һәм йорт старшинаһы Йосоп Мөҡсиновтар була. VIII ревизия барлығы 87 кешене асыҡлай. Улар башҡорттарҙың керҙәштәре[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 37 21 16 56,8 43,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (92 %)[4].

Урамдары

  • Дача урамы (рус. Дачная улица)[5]

Билдәле шәхестәр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә