Исмәғил (Ауырғазы районы)

Исмәғил (рус. Исмагилово; боронғо исеме Үҙәнбаш) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. Исмәғил ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 918 кеше[2]. Почта индексы — 453488, ОКАТО коды — 80205813001.

Географик урыны

Исмәғилауылы Өршәк йылғаһы ҡушылдығы Өйәҙән йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 19 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 38 км

Тарихы

Исмәғил (Үҙәнбаш) ауылы 1795 йылда «яңынан булдырылған» Үҙәнбаш тип аталған. Ул саҡта ауылда 6 ир-ат һәм 7 ҡатын-ҡыҙ яһаҡлы татар йәшәгән. Улар Боғорослан өйәҙенең Ҡотломбәт ауылынан һәм Минзәлә өйәҙенең Дүсмәт ауылынан сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта бында Волга йылғаһы бассейнындағы Түбәнге Новгород губернаһы Сергач өйәҙенең Грибаново һәм Ключищи ауылдарынан хеҙмәтле татарҙар: 15 ир-ат һәм 7 ҡатын-ҡыҙ күсеп килгән. Ауыл халҡы алпауыт гвардия капитаны Левашов һатып алған Өршәк-Мең башҡорттарынан аҫаба ерҙәрендә, 1812 йылғы купчий ҡағыҙы буйынса яңы хужаға (Левашовҡа) беркетелгән биләмәлә, төпләнә. 1816 йылғы VII ревизияла ауылға нигеҙ һалыусының улы 32 йәшлек Сәйфетдин Исмәғилов теркәлгән[3].

1859 йылда үткән X рәүиз 34 кешенән торған 2 башҡорт йортон һәм 547 кешенән торған 93 мишәр йортон асыҡлай[4].

1865 йылда 135 йортта 1088 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән[5].

Әлеге көндә Исмәғил ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[5].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1629
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1338
1959 йыл 15 ғинуар 1021
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 797
2002 йыл 9 октябрь 828
2010 йыл 14 октябрь 918 425 493 46,3 53,7
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (100 %) йәшәй[6].

Ревизия материалдары

1859 йылда[7] Исмәғил ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Билдәле шәхестәре

Урамдары

урамдар исеме[9]
  • 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноября)
  • Карл Маркс урамы (рус. улица Карла Маркса)
  • Комсомол урамы (рус. улица Комсомольская)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Үҙән урамы (рус. Узеньская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4., д. 763
  5. 1 2 Исмәғил (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  8. Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 3 по Республике Башкортостан

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә