Нәҙершин Ким Рәүеф улы

Ким Рәүеф улы Нәҙершин (рус. Ким Рауфович Надершин; 1937 йылдың 11 ғинуары, Исмәғил — 2019 йылдың 22 декабре, Салауат, Башҡортостан Республикаhы) — совет режиссёр. 1980—1992 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).

Биографияһы

1937 йылдың 11 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы Исмәғил ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) тыуған. 1960—1968 йылдарҙа Республика ҡурсаҡ театрында (Өфө) ҡурсаҡсы булып эшләй. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң, 1980 йылға тиклем Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында режиссер булып эшләй[1].

1980—1992 йылдарҙа — Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры.

Салауат башҡорт драма театрында Кәрим Тинчуриндың «Хикмәтле доклад», Әсғәт Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй», Фәнил Әсәновтың «Вәғәҙә», Г. Лорканың «Ҡанлы туй», А. Дударевтың «Порог» («Һуңғы аҙым»), Фәрит Богдановтың «Мине саҡырған уттар», Эгон Раннеттың «Юғалған яҙмыш», Роберт Батулланың «Кисер мине, әсәй», Ш. Хөсәйеновтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге», Нәжиб Асанбаевтың «Миләш-Миләүшә» спектаклдәрен ҡуя[1].

2019 йылдың 22 декабрендә Салауат ҡалаһында вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).