Нагаев Валерий Сәлим улы

Валерий Сәлим улы Нагаев (1949 йылдың 28 ғинуары, Исмәғил, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — педагог-ғалим, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре. 1966 йылдан Ауырғазы районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры, 1984—2014 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992), Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). Райондың почётлы гражданы (2018).

Биографияһы

Нагаев Валерий Сәлим улы 1949 йылдың 28 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Исмәғил ауылында механизатор ғаиләһендә тыуған.

1966 йылда Ишле урта мәктәбен тамамлай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә.

1971 йылда Ауырғазы районы Ибрай урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып эш башлай.

1974 йылдан Исмәғил урта мәктәбендә уҡытыусыһы, 1975 йылдың июленән — мәктәп директоры[1].

1984 йылдың авгусында Ауырғазы район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә[2][3].

Мәғариф идаралығы етәксеһе булып 30 йылдан ашыу эшләй, районда мәғариф системаһын яңы сифатҡа күтәреү өсөн күп саралар күрә, мәктәптәрҙә предметтарҙы тәрән һәм профилле өйрәнеү синыфтары булдырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш башҡарыла, альтернатив программалар буйынса уҡытыу ғәмәлгә индерелә. Идаралыҡ башлығы шулай уҡ мәктәптәрҙә эксперимент үткәреүгә һәм уны һөҙөмтәле ойоштороуға етди ҡарай[3].

1992 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре», 1997 йылда — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы»[4] тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Валерий Сәлим улы Нагаев ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. 1994 йылда «Воспитание экологической культуры учащихся в процессе природоведческой деятельности: на материале национальных школ Башкортостана» тигән темаға диссертация яҡлап, «педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала[5].

1997 йылда Рәсәй Педагогия һәм социология фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана[3].

2019 йылдың апрелендә мәғариф ветераны «Башҡортостан Республикаһына 100 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1984)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997)
  • «Башҡортостан Республикаһына 100 йыл» юбилей миҙалы (2019)
  • Ауырғазы районының почётлы гражданы (2018)[7].

Иҫкәрмәләр

  1. Школьный музей. История школы. Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Средняя общеобразовательная школа с.Исмагилово муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)
  2. Из истории руководителей РОНО. Муниципальное бюджетное учреждение Отдел образования администрации муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 3 К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 240—241-се б.б..
  4. Указ Президента Российской Федерации от 28.02.1997 г. № 137 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». За заслуги в обучении и воспитании учащихся и многолетний добросовестный труд присвоить почетное звание «Заслуженный учитель Российской Федерации» — по Республике Башкортостан: Нагаеву Валерию Салимовичу — заведующему отделом народного образования администрации Аургазинского района. Президент РФ. Официальный сайт (1997). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)
  5. Нагаев, Валерий Салимович. Воспитание экологической культуры учащихся в процессе природоведческой деятельности : на материале национальных школ Башкортостана : диссертация ... кандидата педагогических наук : 13.00.01. — Москва, 1994. — 143 с. Национальная электронная библиотека (1994). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)
  6. Во Дворце культуры с. Толбазы состоялось торжественное мероприятие, посвящённое Дню местного самоуправления. Администрация муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (19 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)
  7. В Аургазинском районе прошел народный праздник «Сабантуй-2018». Звание «Почетный гражданин Аургазинского района» было присвоено Нагаеву Валерию Салимовичу – ветерану труда, проработавшему более 30 лет начальником Аургазинского районного отдела образования. Администрация мниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (4 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)

Һылтанмалар