Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы
Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы (4 май 1953 йыл) — ғалим-инженер-механик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), професcор (2011)[1].
Биографияһы
Наил Мырҙахан улы Ғөбәйҙуллин 1953 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Исмәғил ауылында тыуа[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Салауат индустриаль техникумын тамамлағандан һәм Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң башлай, 1974 йылда Ауырғазы районының «Байраҡ» колхозында трактор бригадаһы бригадиры ярҙамсыһы һәм автомеханик булып эшләй, шул уҡ хужалыҡтың комсомол ойошмаһы секретары була. 1975 йылдан Ауырғазы районы ауыл хужалығы техникаһының мотор цехы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Ошо хеҙмәт коллективында 6 йыл эшләү осоронда ойоштороу һәләттәре һәм эшлекле шәхси сифаттары арҡаһында партия комитеты секретары вазифаһына, «Сельхозтехника» партия ойошмаһынан бушатылған идарасы урынбаҫары итеп тәҡдим ителә[2]. 1981 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын инженер-механик һөнәре менән тамамлағандан һуң ауыл хужалығы производство-техник тәьмин итеү буйынса район производство берекмәһенең директоры урынбаҫары, шул уҡ йылдың сентябренән Бүздәк район «Сельхозтехника» берләшмәһен етәкләй[2].
1986 йылда — район агросәнәғәт берекмәһенең механизациялау һәм электрлаштырыу буйынса рәйесенең 1-се урынбаҫары, бер үк ваҡытта РТП директоры. 1991 йылдан алып БР-ҙың матди ресурстар һәм төбәк-ара бәйләнештәр министры урынбаҫары; 1997 йылда — склад комплексы хеҙмәте начальнигы, бер үк ваҡытта 2001 йылда — “Башсельхозтехника” ДУАХП‑ның генераль директоры урынбаҫары[1]. Бер үк ваҡытта ошо йылдар эсендә ул КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Свердловск юғары партия мәктәбен уңышлы тамамлай[2].
2003 йылдан алып Башҡорт дәүләт аграруниверситетында эшләй башлай, 2004 йылда Наил Мирзахан улы университеттың ғилми советында бер тауыштан йәш һәм перспективалы аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты деканы итеп һайлана.
2009 йылда Наил Мирзахан улы «ауыл хужалығы фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Технология испоьзования пчелиных семей в защищенном грунте в условиях Республики Башкортостан» темаһына диссертация яҡлай[3]. 2011 йылда РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы менән уға профессор ғилми исеме бирелә. Ошо уҡ йылдан ул мәғариф өлкәһендә ҡануниәтте үтәү өлкәһендә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт эксперты. Шулай уҡ 06.02.04 «Шәхси зоотехния, малсылыҡ продукттарын етештереү технологияһы» диссертация советы ағзаһы[4][5].
Фәнни тикшеренеүҙәре
Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хәүефһеҙлек, хеҙмәтте һаҡлау һ.б. мәсьәләләргә арналған. Ғөбәйҙуллин эске яныулы двигателдәрҙә картер газдарын таҙартыу ысулын камиллаштырған.
Ғилми етәксе сифатында 6 фән кандидатын әҙерләгән. Әлеге ваҡытта ике аспирант менән етәкселек итә. 300-ҙән ашыу эше бар, шуларҙың 8-е монография һәм 3 патенты фәнни-педагогик практикала файҙаланыла, йыл һайын төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференциялар эшендә ҡатнаша[4].
Төп хеҙмәттәре
- Экономия, экология и безопасность при работе с нефтепродуктами. М., 2006 (авторҙ.);
- Технология использования семей пчёл для опыления цветков огурца в защищённом грунте. М., 2008 (авторҙ.); * Безопасность жизнедеятельности. Уфа, 2013.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы» юбилей миҙалы менән бүләкләнгән (Мәскәү, 1995).
- Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм агросәнәғәт комплексы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә индергән ҙур өлөшө өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (Мәскәү, 2008).
- Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн И. Е. Ульман исемендәге иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнгән (Мәскәү, 2008).
- Башҡортостан Республикаһы иҡтисад тармаҡтарында хеҙмәтте һаҡлау буйынса етәкселәрҙе һәм белгестәрҙе уҡытыуҙы ойоштороуға ҙур өлөш индергәне өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (Өфө, 2010).
- Үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшендәге ҙур уңыштары өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (Өфө, 2011).
- «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән (Өфө, 2013).
- Аграр фәнде һәм белем биреүҙе үҫтереүгә индергән ҙур шәхси өлөшө өсөн Климент Аркадий улы Тимирязев миҙалы менән бүләкләнгән (Мәскәү, 2017).
- Агросәнәғәт комплексы системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (Мәскәү, 2018).
- Агросәнәғәт комплексы өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне һәм профсоюз ойошмаһы эшенә әүҙем ярҙамы өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (Мәскәү, 2019)[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 Доброе сердце в пищевой отрасли(недоступная ссылка)
- ↑ Губайдуллин Наиль Мирзаханович
- ↑ 1 2 Поздравляем с юбилеем Наиля Мирзахановича Губайдуллина!
- ↑ 1 2 Наиль Мирзаханович Губайдуллин. Библиографический указатель.
Сығанаҡтар
- Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.