Байтимеров Рамаҙан Муллағәли улы
татар. Рамазан Муллагали улы Байтимеров | |
Вафат булған урыны | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 5 апрель 1923 |
Вафат булған көнө | 1989 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | шағир |
Тыуған урыны |
Байтимеров Рамаҙан Муллағәли улы (5 апрель 1923 йыл — 1989 йыл) — татар шағиры. Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Халыҡ араһында киң танылыу алған, Татарстан Республикаһының әлеге мәлдәге Дәүләт гимнының нигеҙен тәшкил иткән «Тыуған ягым» шиғыры һәм йыры тексының авторы (Рустәм Яхин музыкаһы).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рамаҙан Муллағәли улы Байтимеров 1923 йылдың 5 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Исмәғил ауылында тыуған.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Үзбәкстанға юллана, унда урта белем ала. Артабан Ташкентта бер йыллыҡ уҡытыусылар курсын тамамлай. Әммә эш башлап өлгөрмәй — Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
1941 йылдың көҙөнән һуғыштың һуңғы көндәренә тиклем фронтта, Совет Армияһы сафында була. Ике тапҡыр контузия ала һәм яралана. Ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Тыуған яғына инвалид булып ҡайта.
Рамаҙан Байтимеровтың тәүге шиғырҙары Өфөлә «Ҡыҙыл таң» гәзитендә баҫылып сыға.
Оҙаҡламай ул Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. «Чаян» журналы редакцияһында, артабан республика радиоһы һәм телевидениеһында, шулай уҡ мәктәп уҡытыусыһы булып эшләй.
1958 йылдан 1989 йылға тиклем Татар ССР-ының Лениногорск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Рамаҙан Байтимеров — үҙенең ҙур һәм бәләкәй Ватанының шағир-патриоты, шиғырҙар һәм поэмалар, пьесалар авторы. Уның ижадында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары ла сағылыш таба, үҙенең әҫәрҙәрен ул тыуған яғына, нефтселәргә арнай. «Яҡты юл», «Яңғыҙ Баныу», «Девон йыры», «Уңыш йыры», «Тере мәйет», «Ил-батыр», «Уҡытыусы», «Йәшәү хаҡына». «Орбитанан ситтә», «Дипломант», «Сәлимәкәй» пьесаларын халыҡ бик яратып ҡабул итә.
Әүҙем ижади эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә шағирҙың «Тыуған яғым», «Ҡанаттарым», «Мәңгелек йәшлек», «Йырҙарым — һалдаттар» исемле шиғыр йыйынтыҡтары донъя күрә.
Баҫылып сыҡҡан китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Родной край: стихи и песни. — Казань: Таткнигоиздат, 1982. — 32 стр.
- Мои песни — солдаты. — Казань: Таткнигоиздат, 1983. — 56 стр.
- Мои крылья: поэмы и стихи. — Казань: Таткнигоиздат,1986. — 71 стр.
- Вечная молодость: двухактная историческая драма. — типография г. Бугульма, 1988. 49 стр.
Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Центральная библиотека Лениногорского района 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.