Терәпә

Терәпә (рус. Тряпино; боронғо атамалары Күҙйылға; Күсйылға) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә 452 кеше йәшәгән[2]. ОКАТО коды — 80205849001.

Географик урыны

Күҙйылға йылғаһының (Ағиҙел йылғаһы бассейны) уң яҡ ярында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 23 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡ күл): 15 км[3]

Тарихы

Ауылға 1773 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан губернаһының яңы суҡындырылған сыуаштары нигеҙ һала. Терәпә ауылының икенсе исеме — Күҙйылға. XVIII быуат аҙағында унда Ҡазан наместниклығынан күсеп ултырған 345 кеше иҫәпләнә. XX быуат башында Терәпә 1116 кеше йәшәгән 186 йортло ҙур ауыл була[4]. Игенселек, умартасылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү, 2 училище, 2 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[5].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 452 215 237 47,6 52,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — сыуаштар (93 %)[6].

Урамдары

  • Көнсығыш урамы (рус. Восточная улица)
  • Колхоз урамы (рус. Колхозная улица)
  • Тимерлек урамы (рус. Кузнечная улица)
  • Беренсе Май урамы (рус. Первомайская улица)
  • Пролетар урамы (рус. Пролетарская улица)
  • Себер урамы (рус. Сибирская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[7]

Билдәле шәхестәре

Видеояҙмаларҙа

  • YouTube сайтында Видео В с. Тряпино Аургазинского района состоялось открытие детского сада

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 57. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Терәпә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. [?]
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Умов Сафрон Сергеевич (Тикшерелеү көнө: 18 март 2021)
  9. Администрация муниципального района Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане района. Иванов Петр Ильич(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2021)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә