28 октябрь
28 октябрь (рус. 28 октября) — рәсми календарь буйынса йылдың 301-се көнө (кәбисә йылында 302-се). Йыл аҙағына тиклем 64 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Анимация көнө.
- Дзюдо көнө.
- Мәктәп китапханалары көнө.
- Оләсәй һәм олатайҙар көнө.
- Шампан шарабы көнө.
- Лемур көнө.
АҠШ: Иммиганттар көнө.
- Шоколад көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Оләсәй һәм олатайҙар көнө.
Украина: Украинаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеү көнө.
Чехия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Яңы Зеландия: Хеҙмәт көнө.
Төбәк байрамдары
- Мари Эл: Таулы мари теле көнө.
Ер: Бөтә донъя дзюдо көнө — дзюдосылар көнө.
Австралия: Уҡытыусылар көнө.
Бразилия: Дәүләт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Венесуэла: Инженерҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәр авиацияһы көнө.
- 1237 йыл: Берлин тәүге тапҡыр телгә алына, ҡаланың тыуған көнө.
- 1492 йыл: Христофор Колумб Куба утрауына аяҡ баҫа.
тулы исемлек
- 1918 йыл: Чехословакия Австро-Венгриянан бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.
- 1924 йыл: Франция де-юре СССР хөкүмәтен таный.
- 1930 йыл: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы «Башҡорт АССР-ы мәнәғәтен үҫтереү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1940 йыл: Греция Икенсе донъя һуғышына инә.
- 1965 йыл: АҠШ-та донъялағы иң ҙур монумент — 192 метрлыҡ «Көнбайыш ҡапҡаһы» ҡорос аркаһы асыла.
- 1886 йыл: Нью-Йоркта Азатлыҡ статуяһының рәсми асылыуы.
- 2005 йыл: Плесецк космодромынан Иран үҙенең тәүге яһалма юлдашы «Сина-1»-ҙе осора.
- 2011 йыл: Мәскәүҙә яңыртылғандан һуң Ҙур театр асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тугунов Павел Иванович (1930—4.02.1993), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1954 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971 йылдан гидравлика һәм гидравлик машиналар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1972—1976 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, нефть сәнәғәте отличнигы (1973).
- Мөхәмәтйәнов Әнүәр Хәләф улы (1940), ғалим-инженер-электромеханик. 1971—1995 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы һәм бер үк ваҡытта 1986 йылдан СССР Нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрлығының, РСФСР Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығының тармаҡ ғилми-тикшеренеү лабораторияһының ғилми етәксеһе. 1990 йылдан тармаҡ ара ассоциация президенты, 1999 йылдан — коммерцияға ҡарамаған автономлы «ИНТЕГРСО» ғилми-производство ойошмаһының гененераль директоры, бер үк ваҡытта 1995—2006 йылдарҙа берләштерелгән «Сэйболт Башҡортостан» предприятиеһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сабекия Рушана Бейсен ҡыҙы (1970), ғалим-философ. 1996 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2007 йылдарҙа философия, политология, социологтя һәм хоҡуҡ кафедраһы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Джамбул (1993 йылдан Тараз) ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һунаршин Әүәл Хажи улы (1911—6.01.1995), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1976 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресы идарасыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1966).
- Игошев Владимир Александрович (1921—8.01.2007), рәссам, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968—1980 йылдарҙа Мәскәү архитектура институты уҡытыусыһы. Профессор (1965). СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1965) халыҡ рәссамы. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. РСФСР-ҙың И. Е. Репин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Асҡын ауылынан.
тулы исемлек
- Зәйнуллин Нәсифулла Ғиззәтулла улы (1931—18.12.1981), төҙөлөш алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Татар АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Яңы Айыу ауылынан.
- Ханнанов Рәсих Нурғәли улы (1931—28.09.2020), журналист, шағир һәм яҙыусы. 1971—1991 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, 1992—1994 йылдарҙа — баш мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Әнғәм Атнабаев (2005) исемендәге лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).
- Ғәббасова Филизә Әмерхан ҡыҙы (1941), суд органдары ветераны, юрист. Башҡортостан Республикаһы Юғары Судының отставкалағы судьяһы. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.
- Ниғмәтуллин Мулланур Абдулхай улы (1941—11.02.2002), театр актёры. 1968—2002 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
- Гәрәев Әүфәр Миңлеғәзим улы (1946), ғалим-географ-гидролог. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт университетының гидрология һәм геоэкология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000—2012 йылдарҙа Башҡортостан һыу хужалығы ғилми-тикщеренеү институты директоры. География фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998) һәм һыу хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010).
- Трубанов Владимир Евгеньевич (1976—19.08.1996). Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған хеҙмәткәре, разведка-дозор машинаһы уҡсыһы, рядовой. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1998, үлгәндән һуң).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мырҙанов Марат Мырҙан улы (1937—25.09.2012), ғалим-хирург. 1971—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—1989 йылдарҙа онкология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987).
- Волков Анатолий Иванович (1947), инженер. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең элекке әйҙәүсе инженер-конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Киреева Зоя Михайловна (1947), театр актёры. 1979—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
- Круглова Наталья Николаевна (1957), ғалим-эмбриолог, үҫемлектәр биотехнологы. 1989 йылдан — хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Биология институтының ғилми хеҙмәткәре, 1996 йылдан — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан — институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009). Сығышы менән Сыктывкар ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы (1957), партия, дәүләт органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 2011 йылдан Бөрйән район хакимиәте башлығы, 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры, 2017—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999), икенсе (1999—2003 һәм өсөнсө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин (1923—8.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында, үҙ кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Йәнғүров Баян Ғөбәйҙулла улы (1928—2.01.2008), «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең элекке техник-механигы һәм цех начальнигы, йәмәғәт эшмәкәре, предприятиенең 2003—2008 йылдарҙағы ветерандар советы рәйесе. Салауат ҡалаһында йүгереүселәр клубын ойоштороусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Кирәева Миңзада Мирғәле ҡыҙы (1948), театры актёры. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1991) артисы.
- Хамматова Гүзәл Яныбай ҡыҙы (1953—3.11.2021), филолог, уҡытыусы, тәржемәсе. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1988—2008 йылдарҙа Өфө юридик институты уҡытыусыһы. 2008 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Славинский Пётр Михайлович (1989—2.05.1977), дирижёр. 1938—1945 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (икеһе лә — 1944).
- Ломодуров Николай Зиновьевич (1909—3.05.1976), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1935—1969 йылдарҙа Бөрө районының Иҫке Баҙан ремонт-техник станцияһы бригадиры, төҙәтеү-йүнәтеү оҫтаханаһы мөдире, өлкән механигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы (1929—31.12.2001), бейеүсе, балетмейстер, педагог. 1950—1972 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1963—1981 йылдарҙа педагог‑репетиторы, 1974—1975 йылдарҙа художество етәксеһе; 1981—1983 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы балетмейстеры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Вена, 1959).
- Дворкин Владимир Исаакович (1954), геофизик-ғалим. 1983 йылдан Өфөләге «Геофизика» ғилми‑производство фирмаһы хеҙмәткәре, 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан – лаборатория, 2005 йылдан – бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетының геофизика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2003). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (1997), Рәсәй яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2005).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1913 йыл: Ефим Юльевич Учитель, СССР кинорежиссёры һәм операторы.
- 1928 йыл: Шәүҡәт Биктимеров, театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1977).
тулы исемлек
- 1936 йыл: Роман Виктюк, СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры.
- 1939 йыл: Марс Макаров, композитор һəм виртуоз баянсы, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987, «Ағыла ла болот ағыла», «Кейек ҡаҙҙар» һ.б. йырҙар авторы)
- 1955 йыл: Билл Гейтс, Microsoft компанияһына нигеҙ һалыусы.
- 1956 йыл: Мәхмүт Әхмәҙинежад, Ирандың 6-сы Президенты.
- 1957 йыл: Роза Рымбаева, СССР һәм Ҡаҙағстандың эстрада йырсыһы, педагог.
- 1967 йыл: Джулия Робертс, АҠШ актёры.
- 1704 йыл: Джон Локк, Англия философы.
- 1861 йыл: Иван Саввич Никитин, Рәсәй империяһы шағиры.
тулы исемлек
- 1889 йыл: Густав Рюмелин, Германия сәйәсмәне.
- 1934 йыл: Мәжит Ғафури, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры, башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре классигы,
- 1943 йыл: Ғәлимов Вәхит Ғәзим улы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- 1969 йыл: Корней Чуковский, СССР-ҙың балалар яҙыусыһы, тәнҡитсе, тәржемәсе, әҙәбиәтсе.
- 2002 йыл: Абдуллин Әнүәр Абдулла улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).