Роза Рымбаева
Роза Ҡыуаныш ҡыҙы Рымбаева (рус. Ро́за Куаны́шевна Рымба́ева; 1957 йылдың 28 октябре, Жангизтобе[d], Семипалатинск өлкәһе (Ҡаҙағстан)) — совет һәм ҡаҙаҡ эстрада йырсыһы (сопрано), педагог, профессор. Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1986), Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2004), Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан республикаларының атҡаҙанған артисы, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1981).
Биографияһы
1957 йылдың 28 октябрендә Семипалатинск өлкәһенең Жаңғыҙтүбә станцияһында күп балалы ғаиләлә тыуған. Шунда уҡ интернат-мәктәпте тамамлаған. Атаһы — тимер юлсы, 2014 йылда вафат булған. Әсәһе Айту — өй хужабикәһе, 2013 йылда вафат булған[3].
Өлкән ағаһы ла музыкант булып киткән. Бала сағында ул буласаҡ йырсыға ҙур йоғонто яһаған. Мәктәпте бөткәс, Рымбаева Алматы ҡалаһындағы театр-художество институтының музыкаль-драматик комедия факультетына уҡырға ингән[3].
1975 йылда беренсе тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 30 йыллығына бағышланған йыр конкурсында ҡатнашҡан. Унда уны «Гөлдәр» республика йәштәр-эстрада ансамбленең баш дирижёры Тасҡын Оҡапов күреп ҡалып, ансамблгә солистка итеп саҡырған[3].
1976—1979 йылдарҙа — «Гөлдәр» республика йәштәр-эстрада ансамбле солисткаһы, 1979 йылдан — ире Тасҡын Оҡапов директоры һәм художество етәксеһе булған «Арай» эстрада ансамбле солисткаһы. Йырсыға танылыу 1977 йылдың июнендә «Алтын Орфей» фестивалендә (Болгария) килгән, унда ул «Әлиә» йырын башҡарып Гран-при яулаған[3].
1977 йылда Роза Рымбаева бөтә Союз күләмендәге «Йыр менән тормош буйлап» («С песней по жизни») телевизион конкурсында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған снайпер Әлиә Молдағолованың батырлығына бағышланған «Әлиә» композицияһын башҡарған. Йырсының иң ҙур популярлыҡ осоро 1977—1979 йылдарға тура килгән: ул «Йыл йыры» («Песня года») фестиваленең финалдарына сыҡҡан, ә 1978 йылда хатта «Тауыш һыҙаты» («Звуковая дорожка») хит-парадында Алла Пугачёва һәм София Ротарунан ғына ҡалышып, СССР-ҙың иң яҡшы йырсылары араһында өсөнсө урынды биләгән[3].
1979 йылдан — «Ҡаҙаҡконцерт» дәүләт концерт берекмәһе солисткаһы, 1995 йылдан Т. Жүргенов исемендәге Ҡаҙаҡ милли сәнғәт академияһы|Т. Жүргенов исемендәге Ҡаҙаҡ сәнғәт академияһы уҡытыусыһы эшен бергә алып бара.
1984 йылда Алматыла Т. Жүргенов исемендәге Ҡаҙаҡ милли сәнғәт академияһы|Театр-художество институтының музыкаль-драматик комедия факультетын тамамлаған. 1986 йылда Рымбаеваға Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы исеме бирелгән[4].
2008 йылда Пекин Олимпиадаһы факелын алып барған. 2011 йылда Ҡаҙағстанда уҙған VII Ҡышҡы Азия уйындарының гимнын башҡарған һәм факелын йөрөткән.
2012 йылда Япония, Рәсәй, Төркиә һәм Белоруссия буйлап концерт турнеһы үткән.
2014 йылда Санкт-Петербургта Ҡаҙағстан көндәрендә ҡатнашҡан, Михайловский театры сәхнәһендә сығыш яһаған. Яҙ көнө Волгоградта гастролдәре ойошторолған, унда йырсы урындағы эстрада-симфоник оркестр оҙатыуында йырлаған.
2015 йылда Роза Рымбаева менән Али Оҡапов Александр Шумскийҙың «Беҙҙең бишбармаҡ яңы» («Наш бешбармак свеж») клибында төшкән, был иһә тамашасыларҙа бер төрлө генә булмаған фекер уятҡан.
2017 йылда йырсының 60 йәшлек юбилейына арналған ҙур соло концерты Астанала уҙған.
2021 йылдың октябрендә «Россия-1» телеканалының «Дуэттар» («Дуэты») шоуында ике тапҡыр ҡатнашҡан[4].
2024 йылдың майында йырсы фатир һатыу буйынса мутлашыу эшендә зыян күреүсе тип танылған: суд ғәйепләү хөкөмө сығарған һәм ғәйепле кешене матди зыянды ҡапларға йөкмәткән[5].
2024 йылдың июлендә Рымбаева «Славян базары» фестивалендә XXXIII «Витебск» халыҡ-ара эстрада йырын башҡарыусылар конкурсының жюри рәйесе булған[6].
2026 йылдың февралендә ул улдары ҡатнашлығында Алматы ҡалаһында бер нисә концерт ҡуйып, ижади эшмәкәрлегенең 50 йыллығын билдәләгән. Шул уҡ айҙа «Роза. Быуындар тауышы» («Роза. Голос поколений») исемле документаль фильмдың премьераһы булған[7][8].
Төрлө йыйынтыҡтарҙағы йырҙары
- 1977 — 2LP «Йәш башҡарыусыларҙың „Ғүмергә йыр менән“ Бөтә Союз телевизион конкурсы» (йыйынтыҡ), СССР[9].
- 1979 — EP «Роза Рымбаева/Джо Дассен», СССР. (рус.)
- 1980 — EP «Роза Рымбаева йылай», СССР. (рус.)
- 1984 — EP «Кругозор № 3/1984» (сборник), СССР. (рус.)
- 1986 — LP «Ласковый дождь» (сборник), СССР. (рус.)
- 1986 — LP «Soviet Superhits» (сборник), Финляндия.[10]
- 1986 — LP «С тобою, музыка» (сборник), СССР. (рус.)
- 1987 — LP «Т.Кажгалиев. „Мечта“» (сборник), СССР. (рус.)
- 1991 — LP «Фестиваль „Голос Азии“» (сборник), СССР. (рус.)
- 2007 — 5CD «Союз нерушимый (Песни и танцы народов СССР)» (сборник), Россия. (рус.)
Үҙенең йыр альбомдары
- 1983 — LP «Výlet do zlaté stepi», Чехословакия.[11]
- 1985 — LP "Роза Рымбаева и ансамбль «Арай», СССР.
- 1987 — LP «Поет Роза Рымбаева», СССР.
- 2003 — CD «Ademi-au» (Тандаулы андер — Избранные песни), Казахстан.
- 2005 — CD «Роза Рымбаева» (серия «Имена на все времена»), Россия.
- 2006 — CD «Сенімен біргемін» (С тобой вместе), Казахстан.
- 2007 — DVD+CD «30 лет на сцене» (3 диска DVD — три концерта (Москва, СПб, Алматы) и док. фильм «Роза» плюс один CD «Ертеніме сенемін» (Верю в завтра), Казахстан).[12]
- 2007 — CD «Роза Рымбаева» (в серии «Золотая коллекция ретро»), Россия.
- 2007 — MP3 «Любовь настала» (в серии «Имена на все времена»), Россия.
- 2009 — МР3 «Роза Рымбаева» (в серии «Золотая коллекция ретро»), Россия.
- 2009 — CD «Вечная весна» (песни советских и казахских композиторов), Казахстан.[13]
- 2010 — CD «Жерiм жанаттым» (Песни Еркена Интыкбаева), Казахстан.
Фильмография
- 1976 — телевизионный фильм «Первая песня», студия «Казахтелефильм».
- 1982 — главная роль в советско-чехословацком фильме «До свидания, Медео»\"Revue na zakázku"[14]
- 1999 — док. фильм «Женский взгляд». Роза Рымбаева", реж. Оксана Пушкина (Россия).
- 2001 — док. фильм «Роза», реж. Ж. Сабирова.
- 2002 — док. фильм «Хвост кометы». Роза Рымбаева", реж. А. Бурыкин (Россия).
- 2010 — док. фильм «И снова здравствуйте!», (Россия).
Сәхнәләге ҡаҙаныштары
- Ҡаҙаҡ ССР-ының республика үҙешмәкәр йырсылар бәйгеләренең беренсе пермияһы (1974, 1975)
- «Ғүмергә йыр менән» (рус. «С песней по жизни») Бөтә Союз телевизион конкурсында «Гран-при» (1977).
- Эстрада йырсыларының Болгарияла үткән «Алтын Орфей» халыҡ-ара йыр бәйгеһендә «Гран-при» (1977).
- «Гала-83» йыр фестивалендә (Куба) «Гран-при» (1983)
- «Алтын микрофон» йыр бәйгеһендә (Төркиә) «Гран-при» (1986)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған артисы (1979)
- Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1981)
- Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған артисы (1984)
- Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1986)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (1991)
- Ҡырғызстандың атҡаҙанған артисы (2000)
- «Парасат» (русса Орден Благородства) ордены (2000)
- «Эстрада йондоҙо» номинацияһында «Йыл кешеһе» (2000)
- Ҡаҙағстандың "Йондоҙҙар алеяһы"нда шәхси йондоҙ (2002)
- Ҡаҙағстандың «Ағалтын Тарлан» (русса Платиновый Тарлан) премияһы (2002)
- Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (2004)
- «Курмет» (русса орден «Почета») ордены (2004)
- «Ижад Йондоҙо» (русса орден «Звезда созидания») ордены (2004)
- Мәскәүҙең "Йондоҙҙар алеяһы"нда шәхси йондоҙ (2005)
- «Астанаға 10 йыл» миҙалы (2008)
- Ҡарағанданың "Йондоҙҙар алеяһы"нда исемле йондоҙ (2008)
- «Ҡаҙағстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғона 20 йыл» миҙалы (2011)
- Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең почетлы гражданы
- Ҡаҙағстандың Ярма районы почетлы гражданы[15]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Roza Rymbajeva // Česko-Slovenská filmová databáze (чеш.) — 2001.
- ↑ Роза Рымбаева — Сайт «Культурное наследие. Национальный проект» (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 "Поющий соловей Средней Азии", покоривший "Интервидение": необычная история (20250919T0822). 26 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Роза Рымбаева. 24SMI. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
- ↑ Розу Рымбаеву и Даулета Турлыханова обманули на деньги. Tengrinews.kz (20 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ Рымбаева привезла на «Славянский базар» специально написанную для него песню. БелТА (11 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ 50 лет на сцене: Димаш Кудайберген поклонился Розе Рымбаевой. Newtimes.kz (8 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ Живая легенда и символ любви: Роза Рымбаева объявила дату премьеры документального фильма. Zakon.kz (2 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ «Йәш башҡарыусыларҙың „Ғүмергә йыр менән“ Бөтә Союз телевизион конкурсы» (рус.)
- ↑ http://www.discogs.com/Various-Soviet-Superhits/release/3164743
- ↑ http://www.gramofonove-desky.cz/rymbajevova-roza-vylet-do-zlate-stepi/d-73224/ 2014 йылдың 29 июль көнөндә архивланған.
- ↑ http://www.express-k.kz/show_article.php?art_id=9431 2014 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
- ↑ http://m.meloman.kz/news/41/34856/(недоступная ссылка)
- ↑ «Revue na zakázku» (1982) на IMDb.com
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>билдәһе дөрөҫ түгел;ЖРтөшөрмәләре өсөн текст юҡ
Һылтанмалар
- Сайт «Культурное наследие. Национальный проект» Музыкальное наследие 2017 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған. (рус.)
- Сайт «Красная книга российской эстрады». Роза Рымбаева (рус.)
- Официальный сайт Акима Жарминского района (рус.)
- r-rymbaeva.narod.ru — НЕОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ РОЗЫ РЫМБАЕВОЙ (рус.)
- «Время» — Общественно-политическая газета Казахстана, 2009, 14 марта
- Роза Рымбаева: 40 лет на сцене — Национальное телевизионное информационное Агентство «Хабар» (рус.)
- Р. Рымбаева на youtube.com (рус.)
- Роза Рымбаева "Facebook"та (рус.)
- Открытая группа Роза Рымбаева «<Мелодия надежды>» ВКонтакте (рус.)