Алматы климаты континенталь[16][17] һәм тау-үҙән циркуляцияһы йоғонтоһонда барлыҡҡа килә, был үтә ныҡ ҡаланың төньяғында, тау битләүҙәре уйһыулыҡҡа күскән ерҙә, беленә.
Һауаның уртаса йыл температураһы 10 °C, иң һыуыҡ айҙа (ғинуар) −4,7 °C, иң йылы ай (июль) —23,8 °C. Ҡырау 14 октябрь тирәһендә төшә, 18 апрелдә тамамлана. Тотороҡло һалҡындар уртаса 67 тәүлек тора — 19 декабрҙән 23 февралгә тиклем. Алматы үҙәгендә «йылы утрау» бар — ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ ситтәрендәге уртаса тәүлек һауа торошо айырмаһы 3,8 % һәм 0,8 °C һыуыҡ ваҡытта, 2,2 % һәм 2,6 °C йылы саҡта тәшкил итә. Шуға күрә үҙәктә ҡырау 7 көнгә һуңғараҡ төшә һәм 3 көнгә иртәрәк үтә[16].
Оло Алатау Иле тауы эргәһендә булыу сәбәпле, Алматы ҡалаһында тәбиғәт-климат зоналары һәм бүлкәттәре, тупраҡ төрө лә төрлө. Медео тәбиғи сиге урман-болонло урта тау зонаһына ҡараһа ла, урман-болонло дала зонаһына инә, уңдырышлы һелтеле ҡара тупраҡ, һоро урманлы дала һәм тау болонло урман һыулы ерҙәр. Аҫтараҡ дала тау алды зонаһы урынлашҡан, унда киләһе бүлкәттәр инә: ҡара тупраҡлы юғары тау алды (1000-дән 1200—1400 м тиклем) һәм тау алды ҡара-көрән тупраҡ (750-нән 1000 м тиклем). Ҡара тупраҡ күбеһенсә Әл-Фараби проспектының түбән еренән Таусамалы (Каменка) ҡасабаһына тиклем һуҙыла, үҫеш буйынса тулы, хатта артҡан профилле, донъялағы иң уңдырышлы тупраҡтарҙың береһе (8-13 % серетмә һәм башҡа файҙалы матдәләр). Тянь-Шандең тәүге тикшереүселәре үк (П. П. Семёнов, Н. А. Северцов, А. Н. Краснов) бындағы үҙенсәлекле мәҙәни йәки баҡса бүлкәтен һыҙыҡ аҫтына ала[18]. Тап бында XIX б. икенсе яртыһында селекционер Н. Т. Моисеев билдәле Алматы апорты алма сортын сығара, аҙаҡ ул ҡаланың үҙенсәлегенә әйләнә[19].
VIII—X бб хәҙерге Алматы ерендә бер нисә ауыл, уларҙың берәүһе Бөйөк Ебәк юлында урынлашҡан Алмату (Алматы)[21] ауылы булған[22].
XIII б. Алматы төбәген монголдар баҫып ала. Ул ваҡиғалар Заһир әд-Дин Мөхәммәт Бабур исемле дәүләт эшмәкәренең мемуарында урын алған, Алматы емерелгән ҡалалар араһында атала. XIV б. сығанаҡтарында ҡала Алмалыҡ тип атала. XVI б. бында Алматуның Оло йөҙ дулаттары ҡаҙаҡтары йәшәүсе бер өлөшө генә ҡала[23].
Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы (4.11.1923—27.05.2016), тау инженеры‑геолог. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1972). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977).
Толстиков Александр Генрихович (16.08.195) — ғалим-химик, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2000), химия фәндәре докторы (1993), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт (1993) һәм СССР-ҙың Ленин комсомолы (1986) премиялары лауреаты[32].
Радионова Светлана - руководитель Росприроднадзора[33][34][35]
↑ 12Алма-Ата. Энциклопедия / Гл. ред. Козыбаев М. К.. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1983. — С. 12. — 608 с. — 60 000 экз.
↑Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1988. — Т. 2. — С. 69-71. — 608 с. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-002-X.
↑ 12Алма-Ата. Энциклопедия / Гл. ред. Козыбаев М. К.. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1983. — С. 16-17. — 608 с. — 60 000 экз.
↑Алма-Ата. Энциклопедия / Гл. ред. Козыбаев М. К.. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1983. — С. 109-110. — 608 с. — 60 000 экз.
↑Алма-Ата. Энциклопедия / Гл. ред. Козыбаев М. К.. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1983. — С. 24-25. — 608 с. — 60 000 экз.
↑ 123Алма-Ата. Энциклопедия / Гл. ред. Козыбаев М. К.. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1983. — С. 81. — 608 с. — 60 000 экз.
↑Пресс-служба акима города Алматы.[www.almaty.kz/page.php?page_id=1319&lang=1&article_id=8462 Алатауский район города Алматы празднует 2х-летие со дня основания.] (билдәһеҙ) официальный сайт almaty.kz (3 июль 2008).