Семипалатинск өлкәһе (Ҡаҙағстан)
Семипалатинск өлкәһе — (рус. Семипалатинская область, ҡаҙ. Семей облысы (Қазақстан)) Ҡаҙаҡ ССР-ы (1939—1991) һәм Ҡаҙағстандың административ берәмеге.
Географияһы
Өлкә Ҡаҙаҡ ССР-ының көнсығышында урынлашҡан, төньяҡта РСФСР-ҙың Алтай крайы менән , көньяҡ-көнсығышта — Ҡытай менән сиктәш.
Тарихы
Рәсәй империяһының Семипалатинск өлкәһе 1854 йылдың 19 майында барлыҡҡа килгән. 1920 йылдың 11 декабрендә Семипалатинск губернаһы тип үҙгәртелә.
Ҡаҙаҡ ССР-ының Семипалатинск өлкәһе 1939 йылдың октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән булдырыла
1991 йылдың октябренән Ҡаҙағстан Республикаһы составында.
1997 йылдың 3 майында Ҡаҙағстан республикаһы президенты указы менән Семипалатинск өлкәһе бөтөрөлә, уның территорияһы Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе составына инә.
Халҡы
СССР-ҙа 1989 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Семипалатинск өлкәһендә 838 324 кеше йәшәгән[3] (ҡалала — 429 255, ауылда — 409 069), ир-ат — 407 038, ҡатын-ҡыҙ — 431 286 кеше.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президиума ВС СССР от 14.10.1939 об образовании Семипалатинской, Акмолинской и Джамбулской областей в составе Казахской ССР (урыҫ)
- ↑ Указ Президента Республики Казахстан от 3.05.1997 № 3483
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г.Численность населения союзных республик СССР и их территориальных единиц по полу
Һылтанмалар
- Семипалатинская область — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә