Ниғмәтуллин Мулланур Абдулхай улы

Мулланур Абдулхай улы Ниғмәтуллин (рус. Мулланур Абдулхаевич Нигматуллин1941 йылдың 28 октябре, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ыСибай, Башҡортостан Республикаhы) — совет башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) һәм атҡаҙанған (1978) артисы, Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979).

Биографияһы

1941 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Йонос ауылында тыуған. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен 1960 йылда тамамлаған. 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Илшат Йомағолов курсы буйынса) тамамлай һәм ике йыл Мәсетле район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе була. 1968—2002 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

2002 йылдың 11 февралендә Сибай ҡалаһында вафат була.

Ижады

  • Ярынбай («Эх, Өфө ҡыҙҙары», И.Абдуллин)
  • Сәлмән («Зәйтүнгөл», Н.Асанбаев)
  • Мәхмүт («Йәйәүле Мәхмүт», М.Кәрим)
  • Үтәғол («Башҡорт туйы», М. А. Буранғолов)
  • Мөхәмәтша мулла («Ҡоҙаса», Б.Бикбай, З.Ғ. Исмәғилев)
  • Ҡотлобай («Ҡартаямы ни һуң йөрәк?», Н.Ә. Ғәйетбаев),
  • Тимербай («Эх, Байтимер дуҫ!», М. М. Кинйәбаев) һ. б.

1998 йылда Иң яҡшы артист премияһы лауреаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1978);
  • Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы (1989);
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1997)[1].

Хәтер

  • 2016 йылдың 4 ноябрендә артистың тыуған Йонос ауылы мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асыла[2].

Әҙәбиәт

  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с. илл. — ISBN 978-5-9613-0148-9.