Microsoft корпорацияһы киң спектрлы программа һәм аппарат тәьминәте етештереүсеһе булып тора, бөтә донъяла билдәлелекте уға тәү сиратта Windows ғаиләһенә ингән операцион системалар, шулай уҡ документтар менән эшләү өсөн Microsoft Office программалары килтерә[источник не указан 455 дней]. Бөгөн корпорация ғәйәт күп төрлө продукттар етештерә: сервер программалары тупланмалары, уйындар, программалар эшкәртмәләү саралары, Xbox уйын консолдәре.
Microsoft даими рәүештә башҡа программа тәьминәте эшләнмәселәрен йота[источник не указан 455 дней]. Атап әйткәндә, Navision, Solomonruen, Great Plainsruen компанияларын һатып алды, һөҙөмтәлә, Microsoft эшмәкәрлегендә Microsoft Dynamics (әүәлерәк Microsoft Business Solutions тип атала) тигән яңы ҙур йүнәлеш барлыҡҡа килде. Рәсәйҙә был йүнәлештең өс сиселеше йөрөй: Axapta, Navision ERP-системалары һәм Microsoft Dynamics CRM мөнәсәбәттәргә идара итеү системаһы.
Microsoft Groove музыка сервисын булдырыуы тураһында белдерҙе. Ул әлеге Xbox Music сервисын алмаштыра һәм оҡшаш мөмкинлектәргә эйә: Windows Store'ҙан йырҙар һәм альбомдар йөкмәү, тректарҙы ағымлы тапшырыу, шул иҫәптән OneDrive'ҡа һәм радиоға тейәлгәндәрен (һайланған тректар, альбомдар йә башҡарыусылар нигеҙендә композицияларҙы автоматик һайлау юлы менән) йөкмәү.[54]
Был бүлексә төп тауарҙы — Windows операцион системалар ғаиләһен етештерә. Компания барлыҡҡа килгәндән алып Windows 1.0-ҙән Windows 3.ҡа тиклем MS-DOS өсөн график тышлыҡтар; MS-DOS менән ярашыусанлыҡты мираҫ иткән Windows 95, Windows 98, Windows ME операцион системалары өсөн график тышлыҡтар; шулай уҡ NT (эн-ти́ тип уҡыла) ғаиләһенә ингән Windows NT 4, Windows 2000 (Windows NT 5.0), Windows XP (Windows NT 5.1), Windows Server 2003 (Windows NT 5.2), Windows Vista (Windows NT 6), Windows 7 (Windows NT 6.1), Windows 8 (Windows NT 6.2), Windows 8.1 (Windows NT 6.3) үҙаллы операцион системалары сығарҙы.
Ошо уҡ бүлексәгә MSN интернет-сервисы, MSNBC кабелле телевидение станцияһы һәм Microsoft Slate интернет-кибете ҡарай. 1997 йылда Microsoft Hotmail'ды һатып ала, уның исеме Microsoft Hotmail тип үҙгәртелә. 1999 йылда етеҙ хәбәрҙәр менән алмашыу өсөн MSN Messenger программаһы сығарыла, ул AOL Instant Messenger популяр интернет-пейджерынан өҫтөнлөк алыу маҡсатын ҡуя.
Microsoft Visual Studio программа яҙыу һәм компиляторҙар өсөн утилиталар тупланмаһы булып тора. Был программалар тупланмаһы график интерфейс өсөн тәғәйенләнгән һәм Microsoft'тың сит китапханаларын ҡуллана.
Шулай уҡ Microsoft компанияһы Microsoft Servers (элек — Windows Server System) тигән атама аҫтында һатылыусы сервер программаларын тәҡдим итә. Уның төп өлөшө булып (ағымдағы версия) Windows Server 2012 — серверҙар өсөн операцион система тора. System Center Configuration Manager — алыҫтан тороп контролләү һ.б. кеүек төрлө сервер операциялары өсөн утилиталар йыйылмаһы — был тупланманың тағы бер мөһим программаһы булып тора.
Microsoft башҡа баҙарҙарға Windows брендын даими этәреү менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, КПК өсөн Windows CE һәм Windows Mobile менән Windows Phone ОС идараһындағы смартфондар ижад итеү. Бүлексәнең башлығы — Робби Бах.
Һуңғы йылдарҙа компания ЕС-тың монополияға ҡаршы комиссияһы һәм конкуренттарының дәғүәләре буйынса яуапҡа тарттарылғылаған[63]. Һөҙөмтәлә компания Windows Media Player'ы булмаған Windows N продуктын сығарҙы, ул Windows дистрибутивына түләүһеҙ өҫтәмә булып тора.
2004 йылдың мартында Европа комиссияһы компанияны Европала программа тәьминәте баҙарындағы өҫтөнлөклө урыны менән файҙаланыуҙа ғәйепләй һәм €497 млн.-лыҡ штраф һала, Microsoft'тан сит эшләнмәселәргә, улар үҙ-ара яраша торған программалар сығара алһын өсөн, үҙ продукттары тураһында мәғлүмәттәр биреүҙе талап итә. Microsoft был ҡарарға буйһонмағас, 2006 йылдың июлендә уға 280,5 млн. евролыҡ тағы бер штраф һалына. Ошонан һуң ғына Еврокомиссияның талабы үтәлә.
2007 йылдың 13 декабрендә Норвегияның Opera Software компанияһы, Opera веб-браузеры эшләнмәсеһе, Microsoft өҫтөнән Еврокомиссияға ялыу биреүен белдерә. Opera Software үҙенең ялыуында Microsoft'тан, Windows менән бергә конкуренттарының браузерҙарын да ҡуйып йәки Internet Explorer'ҙы төп ҡуйылыштан айырып, файҙаланыусыларға браузер һайлау мөмкинлеген биреүҙе үтенә. Бынан тыш, компания Internet Explorer'ға асыҡ веб-стандарттарҙы ҡуйып сығарыу талабын ҡуя[64].
2008 йылдың 27 февралендә Европа чиновниктары тарафынан, АҠШ монополисы конкуренттарынан «күмәк эшкә кәрәкле сервер системалары эшендә ҡатнашҡан документтарға инеү өсөн нигеҙһеҙ юғары хаҡ» һорай, тип табыла, ошо сәбәпле Microsoft тағы 899 млн. евроға (ул мәлгә был Еврокомиссия тарафынан айырым компанияға һалынған иң ҙур суммалы штраф була) штраф язаһы ала[65][66][67].
2008 йылдың июлендә Microsoft Евросоюздан 2004 йылғы монополияға ҡаршы бойороҡтоң шарттарын үтәмәгән өсөн һалынған $1,35 млрд.-лыҡ штрафты ғәмәлдән сығарыуҙы үтенә. Microsoft штрафты «самаһыҙ һәм нисбәтһеҙ» тип атай, Европа комиссияһы штраф суммаһын сығарғанда күп һанлы хаталарға юл ҡуйғанлығын белдерә[68].
2009 йылдың 16 ғинуарында Еврокомиссия Microsoft корпорацияһына монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоуҙа яңы ғәйепләүҙәр сығара. Еврокомиссия иҫәпләүенсә, Windows операцион системаһына Internet Explorer браузерын ҡушылма итеп беркетеп, Microsoft конкуренция тураһындағы законды боҙа.