Кирәева Миңзада Мирғәле ҡыҙы
Миңзада Мирғәле ҡыҙы Кирәева (рус. Киреева Минзада Миргалеевна, Киреева Зоя Михайловна[1]; 1948 йылдың 28 октябре, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй театр актёры. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
Биографияһы
Миңзада Мирғәле ҡыҙы Кирәева 1948 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
1971 йылда Ҡазан театр училищеһын (педагогы В. Г. Остропольский) тамамлай.
1979 йылдан алып Стәрлетамаҡ рус драма театрында эшләй[2].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Людмила (Һуңлап килгән мөхәббәт, А. Н. Островский (рус.)баш.;
- Маша (Аҡсарлаҡ, А. П. Чехов);
- Оло инәй («Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесы буйынса «Ике хат», М. Кәрим);
- Тәңкәбикә (Ай тотолған төндә, М. Кәрим);
- Валентина (Валентин һәм Валентина, М. М. Рощин) һәм башҡалар.
Шулай уҡ репертуарында көнбайыш, абсурд драмаһының, ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы образдары бар:
- миссис Пирс (Пигмалион, Б. Шоу);
- Эбби (Ҡарама төбөндәге мөхәббәт, Ю. О‘Нил);
- Агнесса (Һабан турғайы, Ж. Ануй);
- леди Торренс (Орфей тамуҡҡа төшә, Т. Уильямс) һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1991);
- Республика башҡ. драматургияһы театр фестивале дипломанты (Стәрлетамаҡ, 2010).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Минзада Миргалеевна и Зоя Михайловна — одно и то же лицо Файл:Переписка с русским драмтеатром (Стерлитамак).jpg
- ↑ Киреева Минзада Миргалеевна. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2026.
- ↑ Указ Президента РФ от 17.06.1999 N 786 (билдәһеҙ). rulaws.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2026.
Һылтанмалар
- Киреева Минзада Миргалеевна на сайте Государственного русского драматического театра г. Стерлитамака