Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры
Стәрлетамаҡ рус драма театры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дәүләт рус драма театры (рус. Стерлитамакский русский драматический театр, Государственный русский драматический театр города Стерлитамак ) — Башҡортостан Республикаһында үҙенең күренекле постановкалары һәм традициялары менән билдәл иң боронғо һәм алдынғы театр коллективтарының береһе.
Тулы исеме: Башҡортостан республикаһының дәүләт бюджет мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дәүләт рус драма театры (ГБУК и И БР СГРДТ)[1].
Театр тарихы
XX быуат башында уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында рус театрҙары, опера ансамбле һәм беренсе башҡорт драма театры асылған. Рус театрының тарихы 1930 йылдар аҙағында ойошторолған Белорет ҡала рус драма театрынан башланаа. 1946 йылда, РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 4 ғинуарҙағы 11-се бойороғона һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының 5 февралдәге 97-се ҡарарына ярашлы, театр гастролдә булған ваҡытта Стәрлетамаҡта даими нигеҙҙә «Стәрлетамаҡ драма театры» тип ҡалдырыла.
Тәүге составта Белорет, Бөрө, Өфө һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағындағы оперетта ансамбле актерҙары була. Театрҙың беренсе директоры И. И. Чернышевский-Толкачёв, художество етәксеһе БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре К. Х. Шахбазиди була. Театрҙың ижади йүнәлешенең формалашыуы ударҙың исемдәре менән бәйле.
1990 йылдан театр САММИ Дәүләт театр-мәҙәни берекмәһе, 1993 йылдан Стәрлетамаҡ Дәүләт театр берекмәһе тип атала. 2002 йылдан Хәҙерге исемен йөрөтә — Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дәүләт рус драма театры[2][3].
Ижады һәм ҡаҙаныштары
Тиҫтә йылдар дауамында театр 600-ҙән ашыу спектакль ҡуя. Репертуарында классиктар (Шекспир, Шиллер, Островский, Гоголь, Чехов, Горький һ. б.), шулай уҡ хәҙерге драматургтар (В. Ольшанский, Н. Птушкин, Г. Горин, в. Гуркин һ. б.) әҫәрҙәре бар. Жанр палитраһы трагедияларҙы, комедияларҙы, әкиәттәрҙе, ҡиссаларҙы һәм фарстарҙы үҙ эсенә ала. Театр бер нисә тапҡыр республика һәм бөтә Рәсәй фестивалдәре лауреаты була:
- «Театр яҙы» (Салауат, 2003);
- Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале (Лысьва, 2004; Вышний Волочек, 2006);
- «Весёлая кулиса» и «Весёлая коза»;
- «Золотой конёк» (Тюмень);
- «Ирбитские подмостки» һәм башҡалар[1].
Труппа
Театр труппаһында абруйлы актерҙар ҙа, йәш башҡарыусылар ҙа бар. Улар араһында:
- Зоя Киреева — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы;
- Валентина Бродская — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы;
- Николай Панов — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы;
- Светлана Ғиниәтуллина — Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты;
- Сергей Сапунов, Ольга Бовен, Денис хисамов һ. б.
Театрҙың художество етәксеһе — Б.Щукин исемендәге театр институтын Л. Е. Хейфец класында тамамлаусы Людмила Олеговна Исмайлова. 2011 йылдан башлап театр директоры — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013) Виктория Александровна Замесина.
Театрҙың баш рәссамы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Людмила Олеговна Исмайлова[2][1].
Театр бинаһы
Тетатрҙың адресы: 453124, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 18-се йорт.
Наградалары
Театр күп тапҡыр Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй сәнғәт смотрҙары дипломдары менән бүләкләнде, күп һанлы, шул иҫәптән сит ил фестивалдәре лауреаты исеменә лайыҡ булды[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Государственное бюджетное учреждение культуры и искусства Республики Башкортостан Государственный русский драматический театр г. Стерлитамака (ГБУК и И РБ СГРДТ). Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2025.
- ↑ 1 2 О театре. Русский драматический театр города Стерлитамак. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2025.
- ↑ Стерлитамакский русский театр. Кино-театр.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2025.
- ↑ История театра. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 31 август 2009 года.
Әҙәбиәт
- Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
Һылтанмалар
- Русский драматический театр г. Стерлитамак. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2025.