Бродская Валентина Егоровна
Бродская Валентина Егоровна | |
---|---|
Тыуған көнө | 14 июль 1939 (85 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, Смоленск өлкәһе, Михайловка ауылы |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Һөнәр |
актёр |
Әүҙемлек йылдары | 1968-2013 |
Театр | Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры |
Наградалары | Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995) |
Бродская Валентина Егоровна (14 июль 1939 йыл) — театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016).
Биографияһы
Валентина Егоровна Бродская 1939 йылдың 14 июлендә Смоленск өлкәһенең Демидов районы Михайловка ауылында тыуған.
1968 йылда Ташкент университетын тамамлағандан һуң Петропавловск-Камчатский, Ташкент һәм Фирғәнә ҡалалары театрҙарында эшләй.
1972 йылдан башлап Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында эшләй.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
Королева "Снежная королева", Е. Л. Шварц; дебют, Ю. Ахунбабаев исемендәге Республика йәш тамашасылар театры (Ташкент), 1966], Полина («Солдатская вдова», Н. П. Анкилов), Мария («Родительский день», Н. В. Коляда), Дарья Семеновна («Любовь от нежного сердца», В. А. Соллогубтың «Беда от нежного сердца» пьесаһы буйынса), Надежда («Любовь и голуби», В. П. Гуркин), Софья Ивановна («Пока она умирала», Н. М. Птушкина), Лисандра («Табор», З. Станку), Медея (Ж. Ануйҙың шул уҡ исемдәге трагедияһы), Василиса Мелентьева («Шестая жена Ивана Грозного», А. Н. Островский).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1985)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре союзының К. С. Станиславский исемендәге алтын миҙалы (2014)
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2016)
Һылтанмалар
- Һ.С.Сәйетов, Тәржемәсе Г.Һ.Ризуанова. / Бродская Валентина Егоровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://rusdramteatr.ru/truppa/artistyi-teatra/brodskaya-valentina-egorovna.html 2015 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
- http://sterlitamakdt.narod.ru/art_brodskaya.html