Башҡорт дәүләт академия драма театры
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры | |
---|---|
Элекке исеме | 1-се Башҡорт дәүләт драма театры |
Эшләй башлаған | 1919 |
Наградалары | |
Урынлашҡан | Өфө |
Етәкселәре | |
Художество етәксеһе | Ханов Олег Закир улы |
Ссылки | |
www.bashdram.ru | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0300110000 |
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры. 1919 йылдың 4 декабрендә Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ҡарары менән Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Эшмәкәрлеген бәләкәй күсмә театр төркөмө менән башлай.
Театр башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, башҡорт мәҙәниәте менән бер рәттән донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарын үҙләштерә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫтәлекле даталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1935 йылда «академия театры» исеме бирелә.
- 1971 йылда Мәжит Ғафури исеме бирелә.
- 1979 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Репертуар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихи репертуар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ағымдағы репертуар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2023
- «Килен», драма, премьераһы 2023 йылдың 4 октябрендә була. Сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер Фирғәт Ғәрипов, ҡуйыусы рәссам Алина Нуриманова, хореограф Сулпан Асҡарова, композитор Шәүрә Сәғитова, яҡтыртыу буйынса рәссам Таһир Аҡманов. Ролдәрҙе башҡарыусылар: Лилиә Ғәлина (Аҡйондоҙ), Азалия Килмөхәмәтова (бәләкәй Аҡйондоҙ, Йәмилә), Милена Рафиҡова һәм Асият Ғарипова (бәләкәй Сулпан, Самира), Сара Буранбаева (Мәҙинә), Айнур Ғәбитов (Хәйҙәр), Гүзәл Маликова (Ғәлиә), Эльвира Йоносова (Фәриҙә Йәмил ҡыҙы), Морат Рафиҡов (Булат), Айһылыу Йомағолова (Минзифа), Ирек Булатов (Самат), Гөлфиә Рафиҡова (Әсмә), Айҙар Шәмсетдинов (Фуат).
- «Кейәү» музыкаль комедияһы премьераһы 2023 йылдың 20 апрелендә була. Сәхнә мөхәррирҙәре Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм Динара Ҡәйүмова, ҡуйыусы режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторҙар Шамил Ҡолбарисов, Ришат Рәхимов, Ринат Өмөтҡужин, вокал педагогы Нурия Мортазина, хореограф Ольга Даукаева, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Сәйәхов, Абдулхаҡ Игебаев һәм Диана Ҡәйүмова һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарыла. Ролдәрҙе башҡарыусылар: Алмаз Йосопов (Ғиззәт), Гүзәл Хәсәнова (Сажиҙә), Линар Баитов (Сафый), Хөрмәтулла Үтәшев (Әхсән бай), Илһөйәр Ғәҙетдинова (Сафия), Минзәлә Хәйруллина (Нәфисә), Артур Ҡунаҡбаев (Низами), Алмас Әмиров (Ғәни бай), Светлана Хәкимова (Ямал), Зилиә Ситдиҡова (Шәмсиә), Илсур Байымов (Нурый), Урал Әминов (Миһри). Ҡала халҡын һүрәтләүсе күмәк ролдәрҙә Айнур Ғәбитов, Әлфирә Заһиҙуллина, Илюза Итикәева, Артур Кәбиров, Сабина Кирәева, Фәнис Рәхмәтов, Айнур Ситдиҡов, Айым Сөләймәнова, Гөлназ Хайсарова, Таң Хөсәйенов.
Гастролдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостандан ситтә гастролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1922 йылда Петроградта.
- 1927 йылда Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Силәбе һәм Пермь ҡалаларында.
Бынан тыш театр элекке союздаш республикаларға һәм сит илдәргә гастролдәргә сыға.
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Театр Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат һәм дипломант исемдәрен яулай.
- Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектакле Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһы конкурсында ҡатнаша. «Ҡара йөҙҙәр» спектакле дүрт номинацияла «Алтын битлек» премияһына дәғүә итә: «Иң яҡшы режиссёр эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы костюмдар оҫтаһы эше» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»[1].
Шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Художество етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1919—1937 — Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы[2]
- 1937—1938 — Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы ???
- 1933—1938 — Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы[3][4]
- 1939—1940 — Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы[5]
- 1940—1941 — Витт В. С.
- 1942—1948 — Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы[6][7]
- 1945—1948 — Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы[5]
- 1948—?? — Бәкеров Ҡадир Ғади улы
- 1987—1996 — Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
- 1997—2012 — ??
- 2012—2019 — Ханов Олег Закир улы[8].
- 04.2019 — вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы — театр директоры Иршат Фәйзуллин[8].
Режиссерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәкеров Ҡадир Ғади улы
- Вәлиев Лек Вәли улы
- Витт В.С.
- Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы, Хажи Бохарский
- Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы
- Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы
- Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы
- Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
- Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы
- Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы
- Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы
- Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы, Вәлиулла Мортазин-Иманский
- Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы
- Мутин Мөхтәр Исхаҡ улы
- Нәҙерғолов Азат Әхмәҙулла улы
- Сәйфуллин Вәзих Кашап улы
- Әйүпов Рафаэль Мөхәмәт улы
Артистар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәссамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һуңғы яңылыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2020 йылдың декабрендә театрҙа төҙөкләндеү һәм ҡайтанан ҡороу эштәре уңышлы тамамлана. Мәҙәниәт усағының көндәлек эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле системалар — елләтеү, кондинционер, янғын һүндереү, йылытыу һәм өлөшләтә һыу менән тәьминәт итеү — яңыртылған. Төҙөкләндереү, әлбиттә, тамашасы зонаһына ла ҡағылған: фойе, Ҙур һәм Кесе залдар яңыртылған, яңы креслолар ҡуйылған. Сәхнә ҡорамалдары — яҡтыртыу һәм тауыш системалары, механик ҡоролмалар алмаштырылған. Театрҙың урамдағы биләмәһе өлөшләтә төҙөкләндерелгән, насар күреүселәргә йөрөү өсөн махсус плиткалар һалынған. Театр фасадының яҡтыртылышы байытылған, төп ишектәр өҫтөнә диодлы яңы экран эленгән[9].
- 2017 йылдың 27 июлендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының 100 йыллыҡ юбилейын байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы ойоштороу комитетының составы раҫланды, Республика Хөкүмәтенә сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү планын эшләргә ҡушылды[10].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 5 февраль
- ↑ Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙһәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ сайтында Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙһәм улы улы сәхифәһе(недоступная ссылка)
- ↑ 5,0 5,1 Башдрамтеатр сайтында Ғәлимов Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы сәхифәһе 2019 йылдың 12 март көнөндә архивланған.
- ↑ Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башдрамтеатр сайтында Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы сәхифәһе 2020 йылдың 7 август көнөндә архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 Олег Ханов покинул должность художественного руководителя Башкирского драмтеатра. ИА «Башинформ», 11 апреля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019)
- ↑ В Уфе после реконструкции открылся Башкирский академический театр имени Мажита Гафури. ИА «Башинформ», 29 декабря 2020 года (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2020)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2016)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт дәүләт академия драма театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кадрҙар етмәү, исемдәргә квота, пьесаларҙың булмауы – бөгөн Башҡортостан театрҙарын нимә борсой? «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 29 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2019)
- Башҡорт дәүләт академия драма театрының репертуар архивы(недоступная ссылка)
- Башҡорт академия драма театры 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне
- Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһының театр постановкаһы алтын юбилейын билдәләй