Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы

Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы (22 июль 1925 йыл — 22 февраль 2002 йыл) — башҡорт театр режиссёры. РСФСР-ҙың (1970) һәм Башҡорт АССР-ының (1955) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[1]

Биографияһы

Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина 1925 йылдың 22 июлендә Мәскәүҙә тыуған. Атаһы — Муса Мортазин (18911937), комбриг, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ҡатнашыусыһы була, хәрби эшмәкәр, 19201921 — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитете рәйесе.

Шәүрә Муса ҡыҙы 1948 йылда ГИТИС (А. М. Лобанов класы, педагогтары А. И. Лобанов, И. Я Судакова) тамамлай. Уҡыу йылдарында профессор В. Г. Сахновский, А. Д. Дикийҙың ижади оҫтаханаларына йөрөй. 19481972 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры була. Башҡорт академия драма театрынан киткәс, бер ни тиклем Ялта театры менән етәкселек итә.19621966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта. 19681970 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында кафедра мөдире булып эшләй. Һуңынан Мәскәүгә йәшәргә китә. Ш. Мортазинаның уҡыусылары араһында Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Е. В. Смирнов, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары Р. А. Устинова, А. Х. Шәрипова бар.

Ижады

Өфө театрҙарында 100-ҙән артыҡ спектакль ҡуя. Дебюты — Г. Березконың «Командарм» әҫәре буйынса «Оло мөхәббәт» спектакле (1948). Милли драматургтарҙың, шулай уҡ рус һәм сит ил классиктары әҫәрҙәрен сәхнәгә ҡуйыуҙа уның режиссёр оҫталығы бигерәк тә асыҡ күренә. СССР-ҙа беренсе булып, Д. Лоусон, Вольтер әҫәрҙәрен сәхнәгә сығара[2].

Өфө драма театрында

Өфө опера театрында

  • «Дауыл» операһы

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр