Мортазин
Мортазин — ир-ат, Мортазина — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
- Мортазин Владислав Львович (1963 йылда тыуған) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Мортазин Ғилмулла Миңлеғәли улы (14.07.1914—6.10.2003), методист-педагог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1964), профессор (1985).
- Мортазин Дауыт Лот улы (1893—1926) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Мортазин Зөфәр Йәдкәр улы (1951 йылда тыуған), табип-ғалим, медицина фәндәре кандидаты.
- Мортазин Ибраһим Ғаззали улы (? — 1920) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы (1966 йылда тыуған) — башҡорт ғалимы, Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең йәмәғәт эшмәкәре, журналист, яҙыусы һәм шағир, филология фәндәре кандидаты (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
- Мортазин Муса Лот улы (1891—1937) — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре.
- Мортазин Рәүеф Әхмәт улы (1910—1994) — башҡорт музыка сәнғәтендә беренсе симфония яҙған күренекле композитор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев премияһы лауреаты (1989).
- Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы (1941—2016) — математик, физика‑математика фәндәре докторы (1994), профессор (1995).
- Мортазин Һарун Фәүәрис улы (1893 — ?) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Мортазин Әхмәҙей Фәүәрис улы (1883—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Мортазин Әхәт Мотаһар улы (1959—2018) — журналист. Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы.
- Мортазин-Иманский Вәлиулла Ғәйназар улы (1885—1937) — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы.
- Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы (1926 йылда тыуған) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1967), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1973), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1983).